Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
7 Июль 2022, 10:48

Етем балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә саралар булдырыла

Яңы законға ярашлы, бала фатир алғансы, уның 18 йәшкә тиклем ҡайһы муниципаль берәмектә теркәлгән, шунда теркәлергә хоҡуғы бар

Етем балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә саралар булдырыла
Етем балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә саралар булдырыла

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙамдың өҫтәмә гарантиялары тураһында закон проектын ҡабул итте.

Яңы законға ярашлы, бала фатир алғансы, уның 18 йәшкә тиклем ҡайһы муниципаль берәмектә теркәлгән, шунда теркәлергә хоҡуғы бар.

Закон 18 йәштән һуң торлаҡ алырға хоҡуҡлы 219 мең етем балаға ҡағыла.

Бынан тыш, етем балалар үҙенә торлаҡ алғансы урындағы хакимиәттең генә түгел, урындағы хакимиәттең территориаль органы адресы буйынса ла теркәлергә мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: