Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
15 Июль 2022, 17:58

ХИСАМОВТАРҘЫҢ ИШЛЕ ҒАИЛӘҺЕ ЗӘҢГӘР ЯҒЫУЛЫҠҠА ШАТ

Электр, һыу, газ кеүек селтәрҙәр тоташыу менән, күптән түгел генә буш булып торған йортҡа йән өргәндәй булып китә. Тап ошондай кисерештәр менән ҡалабыҙың Ашҡаҙар аръяғы биҫтәһендә йәшәүсе Хисамовтар ғаиләһе йәшәп ята, улар бер аҙна элек үҙҙәренең яңы йорттарына зәңгәр яғыулыҡ үткәреп алған. Тимәк, йәш ғаилә өсөн яңы йортҡа күсеү көнөн тағы ла яҡынайҙы. Иң мөһиме зәңгәр яғыулыҡҡа тоташыу ғаилә бюджетына ни бары мең һумға ғына төшкән.

ХИСАМОВТАРҘЫҢ ИШЛЕ ҒАИЛӘҺЕ ЗӘҢГӘР ЯҒЫУЛЫҠҠА ШАТ
ХИСАМОВТАРҘЫҢ ИШЛЕ ҒАИЛӘҺЕ ЗӘҢГӘР ЯҒЫУЛЫҠҠА ШАТ

Газ үткәреү ҡиммәткә тура килгәнгә йорт хужалары был мәсьәләне кисектереп килде, әммә Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путиндың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтенән һуң барыһы ла үҙгәрҙе.  Бөгөнгө көндә республикала ер участкаһына тиклем бушлай газ үткәреү (догазификация) программаһы уңышлы эшләп килә, үҙегеҙ ҙә күргәнһегеҙер күптәр был программа ярҙамында зәңгәр яғыулыҡлы булды, иң мөһиме һеҙ йәшәгән тораҡ пунктҡа газ үткән булырға тейеш. Был программа менән ҡулланыу өсөн ИНН, СНИЛС, берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) белешмәләр, ситуация планын. шәхесте раҫлаусы һәм милеккә хоҡуҡ тураһында документтар нигеҙендә ғариза яҙырға ғына талап ителә. Ә Хисамовтар иһә бер юлы ике программаны тормошҡа ашыра алған.

- Күп балалы ғаилә башлығы булғас яңы, ҙур йорт һалыу тураһында хыялланып йәшәнек һәм 2019 йылда төҙөлөш башланыҡ. Ул ваҡытта бындай программалар юҡ ине, шулай ҙа, ваҡыты еткәс беҙгә бәхет йылмайҙы. Ғариза яҙғас, газға тоташтырыу өсөн белгестәр килеп ҡараны, смета төҙөнө. Смета буйынса ихатаға тиклем 30 мең һум, ә ихата эсендә эштәрҙе ойоштороу 61 мең һумдан саҡ ҡына артығыраҡ килеп сыҡты. Догазификация программаһы буйынса ихатаға тиклем 30 мең һумлыҡ өлөшө бушлай булһа, ә бына ихата эсендәге өлөштө күп балалы ғаилә булараҡ беҙ 60 мең һумлыҡ сертификат юллап алып ҡапланыҡ. Һөҙөмтәлә йортобоҙға газ индереү өсөн 1250 һум ғына түләнек, ти ғаилә башлығы Филүс Ришат улы.

Был иҫәпкә газ плитәһе, йылытыу ҡаҙаны һәм өй эсендәге башҡа йылытыу приборҙары инмәй, уларын хужалар үҙҙәре һатып ала. Шулай ҙа Хисамовтар өсөн был программалар булмаған осраҡта дөйөм алғанда 200 мең һум аҡса сарыф итергә тура килгән булыр ине, бындай аҡсалар ишле ғаилә бюджеты өсөн ярайһы уҡ ҙур йөк.

Республикала газ үткәреү буйынса бындай өҫтәмә сертификаттарҙың ике төрлөһө бар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары 100 мең һумлыҡ сертификат дәғеүә итә, шулай уҡ 100 меңлек адреслы ярҙам менән аҙ килемле инвалидтар, инвалид бала ҡараусы ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр ҡуллана ала, ә килеме юғары булған инвалидтар, инвалид бала ҡараусы ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр 60 мең сертификат ала ала.

Сығымдар ғына түгел, зәңгәр яғыулыҡлы булыр өсөн күпме ваҡыт көтөр кәрәк?

- Ғаризаны беҙ былтыр көҙ көнө биргән инек, әммә ул ваҡытта был программа көйгә һалынып ҡына тора ине. Шулай ҙа тоташтырыу эштәрен ике көндә үтәнеләр, ғөмүмән алғанда беҙгә барыһы ла тиҙ, шыма үткән һымаҡ тойолдо. Нидәйҙер ҡатмарлыҡтар, ҡыйынлыҡтар килеп сыҡманы, беҙ быға бик шат, - тине йорт хужабикәһе Гөлнара Хисамова.

Ишле ғаиләгә иһә, тиҙерәк өй туйлауҙарын теләп ҡалабыҙ! Ә һеҙ ҙә газ тоташтырыу буйынса икеләнеп йөрөһәгеҙ былы эште йырып сыҡҡан Хисамовтарҙан өлгө алығыҙ, эштәрҙе йылы ваҡытта башҡарып ҡуйығыҙ, бөгөн эҫе булһа ла ҡыш тиҙ килә лә етә.

ХИСАМОВТАРҘЫҢ ИШЛЕ ҒАИЛӘҺЕ ЗӘҢГӘР ЯҒЫУЛЫҠҠА ШАТ
ХИСАМОВТАРҘЫҢ ИШЛЕ ҒАИЛӘҺЕ ЗӘҢГӘР ЯҒЫУЛЫҠҠА ШАТ
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: