Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
1 Сентябрь 2022, 13:30

Хөкүмәт чернобылселәргә социаль ярҙам сараларын күрһәтеүҙе ябайлаштырҙы

Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияны бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар 2023 йылдың 1 ғинуарынан ғариза яҙмайынса айлыҡ аҡсалата компенсация түләүҙе оҙайтырға мөмкин. Тейешле ҡарарға Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Хөкүмәт чернобылселәргә социаль ярҙам сараларын күрһәтеүҙе ябайлаштырҙы
Хөкүмәт чернобылселәргә социаль ярҙам сараларын күрһәтеүҙе ябайлаштырҙы

Авария эҙемтәләре һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалғандар өсөн дә ошондай тәртип билдәләнгән.

Пособиелар, компенсациялар һәм льготалар тураһында мәғлүмәттәрҙе берләштергән берҙәм һанлы платформа эшләй, шуға ҡағыҙ тултырыу талап ителмәй.

«Социаль ярҙам сараларын күрһәтеү процестарын оптималләштереү социаль ҡаҙнасылыҡ принцибы буйынса алып барыла. Был яңы алым граждандарҙы даими рәүештә документтар тапшырыуҙан азат итеп, эштең әүҙем технологияларына күсергә мөмкинлек бирергә тейеш»,  — тиелә Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми белдереүендә.

2025 йылға социаль ҡаҙнасылыҡ принцибы илдә социаль ярҙамдың барлыҡ төрҙәрен күрһәткәндә төп урында торор тип көтөлә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: