Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
4 Октябрь 2022, 06:31

НАСАР ИШЕТЕҮСЕЛӘР ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҠ DEAFSKILLS II МИЛЛИ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҮҘҘӘРЕН ҺЫНАЙ

Өфөлә 20-22 октябрь көндәрендә ишетеү һәләте боҙолған 18-35 йәшлек граждандарыбыҙ өсөн һөнәри оҫталыҡ DeafSkills II Милли чемпионаты уҙасаҡ.

НАСАР ИШЕТЕҮСЕЛӘР ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҠ DEAFSKILLS II МИЛЛИ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҮҘҘӘРЕН ҺЫНАЙНАСАР ИШЕТЕҮСЕЛӘР ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҠ DEAFSKILLS II МИЛЛИ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҮҘҘӘРЕН ҺЫНАЙ
НАСАР ИШЕТЕҮСЕЛӘР ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҠ DEAFSKILLS II МИЛЛИ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҮҘҘӘРЕН ҺЫНАЙ

Сара Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Президент гранттары фонды ярҙамында Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте ойоштора. Чемпионаттың төп маҡсаты – һаңғырау һәм ишетеү буйынса етешһеҙлектәре булған кешеләрҙең проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү һәм һөнәри белем биреү институтын үҫтереү.

Былтыр беренсе тапҡыр DeafSkills милли чемпионаты Ҡазан ҡалаһында үтте, унда Рәсәйҙең 49 төбәгенән ишетеү яһәтенән етешһеҙлеге булған 222 кеше ҡатнашты. Ярыштар веб-дизайн һәм персонаждар дизайны, фото, тырнаҡ сервисы, визаж кеүек 26 төрлө һөнәри компетенция буйынса дүрт майҙансыҡта алып барылды.

Быйыл чемпионаттың даирәһе тағы ла киңәйә, унда 34 компетенция буйынса һөнәри оҫталыҡ буйынса һынау тотасаҡтар. Быйыл медицина һәм лаборатория анализы, туризм, клининг, адаптив физкультура һәм башҡа йүнәлештәр өҫтәлгән.

НАСАР ИШЕТЕҮСЕЛӘР ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҠ DEAFSKILLS II МИЛЛИ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҮҘҘӘРЕН ҺЫНАЙ
НАСАР ИШЕТЕҮСЕЛӘР ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҠ DEAFSKILLS II МИЛЛИ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҮҘҘӘРЕН ҺЫНАЙ
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас