Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Социаль яҡлау
12 Октябрь 2022, 10:47

Хәйбулллар мобилизацияланған ир-егеттәргә 120 банка быҡтырылған ит оҙатҡан

Хәйбулла районының Иләс ауылы ҡатын-ҡыҙҙары хәрби хеҙмәткә алынған яҡташтары өсөн 120 банка быҡтырылған һыйыр ите әҙерләгән.

Хәйбулллар мобилизацияланған ир-егеттәргә 120 банка быҡтырылған ит оҙатҡанХәйбулллар мобилизацияланған ир-егеттәргә 120 банка быҡтырылған ит оҙатҡан
Хәйбулллар мобилизацияланған ир-егеттәргә 120 банка быҡтырылған ит оҙатҡан

 Ауыл халҡы аҡса йыйып башмаҡ һатып алған һәм уны ерҙә тыныслыҡ булһын, Ватанды һаҡлаусылар иҫән-һау булһын тип мосолмандарса ҡорбанға салған.  Аҙаҡтан ҡатын-ҡыҙҙар һуғым итен быҡтырған һәм уны Ҡазанда булған резервсыларға сираттағы гуманитар ылау менән оҙатҡан.

Ярҙам йыйыуҙа райондың һәр ауылы халҡы ҡатнашҡан. Һәр кем йылы әйберҙәр, аҡса, күстәнәс биргән.   

Башинформ.

Автор:
Читайте нас