

Ил етәксеһе белдереүенсә, быға ғәскәрҙәрҙәге һалдаттарҙы әҙерләү һәм уҡытыу ваҡыты ла инә.
«Беҙҙең бөтә яугирҙәр бар кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылырға тейеш», — тип өҫтәне Владимир Путин.
Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы РФ граждандарының һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса бурыстар исемлеген раҫланы.
Ил етәксеһе ҡушҡандың араһында төбәк башлыҡтары мобилизация үткәндәрҙе урынлаштырыуҙа, әҙерләүҙә һәм өйрәтеүҙә, материаль-техник яҡтан әҙерлектә төрлө яҡтан ярҙам итергә тейеш тигән дә бар.
Бынан тыш, Рәсәй субъекттарының юғары вазифалы шәхестәренә мобилизация үткән ил граждандары ғаиләләренә ҡарата социаль ярҙам сараларын тормош ашырырға ҡушылды.
#Путин
Башинформ.