Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Социаль яҡлау
28 Октябрь 2022, 11:55

Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк-ара форум үтәсәк

10 ноябрҙә Өфөлә ВДНХ ЭКСПО (Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе) алдында социаль эшҡыуалыҡ буйынса төбәк-ара форум буласаҡ. Унда бизнес вәкилдәре һәм властар, коммерция булмаған ойошмалар, социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге әйҙәүсе  спикерҙар һәм федераль кимәлдәге эксперттар тармаҡтың проблемаларын һәм перспективаларын тикшерәсәк, тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Сара “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын  тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыласаҡ.

Эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамының ғәмәлдәге саралары тураһында киң мәғлүмәт аласаҡ.  Дәүләт органдары, бизнесҡа булышлыҡ итеү, уны үҫтереү учреждениелары вәкилдәре, билдәле эшҡыуарҙар, федераль кимәлдәге эксперттар сығыш яһаясаҡ.

– Социаль эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге мөһим һәм кәрәкле. Улар, тауар етештереп һәм хеҙмәттәр күрһәтеп,  классик иҡтисад өлкәһенә генә ҡайтып ҡалмай, ә иһә халыҡтың социаль яҡтан хәлһеҙ ҡатламына ла ярҙам итәсәк. Башҡортостан Республикаһында социаль бизнес үҫешенә һәм уға ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бирелә, социаль эшҡыуарҙарҙың һәм социаль предприятиеларҙың һанын арттырыуға йүнәлтелгән саралар тормошҡа ашырыла, – тип хәбәр итте БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Форум «Социаль эшҡыуарлыҡ яңы  реаль шарттарҙа: бурыстар һәм перспективалар» тип аталған пленар ултырыш менән асыласаҡ.  Шулай уҡ сараның программаһында «Социаль хеҙмәттәр күрһәтеү стандарттары» семинары, «Социаль эшҡыуарҙар эшмәкәрлеген алып барыуҙа юридиҡ һәм һалым аспекттары. Мобилизация шарттарында бизнесты яҡлау»вебинар-практикумы,  эшлекле уйын һәм иң шәп федераль эксперттар һәм бизнес-тренерҙарҙан оҫталыҡ дәрестәре күҙ уңында тотола.

Р.ЗАМАНОВА.

Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк-ара форум үтәсәк
Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк-ара форум үтәсәк
Автор:Роза Сафина
Читайте нас