

«Был ғәҙел ҡарар. Ирекмәндәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары, Рәсәй Федерацияһы хәрбиҙәре кеүек үк, законда билдәләнгән льготалар һәм социаль ярҙам саралары менән файҙаланырға мөмкин», — тип билдәләне Вячеслав Володин.
Закон баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инә һәм 2022 йылдың 24 февраленән Украина, Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәләрендә барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә тарала. Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә — 30 сентябрҙән.
Башинформ.