Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
10 Ноябрь 2022, 08:55

Етем балаларға пособиелар 10% арттырыла

Башҡортостанда етем балаларға пособиелар 10% индексациялана, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Етем балаларға пособиелар 10% арттырылаЕтем балаларға пособиелар 10% арттырыла
Етем балаларға пособиелар 10% арттырыла

Депутаттао ошо айҙа уҡ 2005 йылдың 28 декабрендәге «Опекундарға (попечителдәргә) бала ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» республика законына тейешле үҙгәрештәр индерергә йыйына.

«Закон проекты 2023 йылдың 1 ғинуарынан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн  айлыҡ пособиелар күләмен 10% арттырырға тәҡдим итә, — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. — Быйыл пособиелар арттырылманы, бынан алдараҡ индексация 4 процент кимәлендә башҡарылды».

Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, пособие өс йәшкә тиклемге сабыйға — 7 143 һумдан 7 857 һумғаса, өс йәше тулғандарға иһә 6 868 һумдан 7 555 һумғаса арттырыла. Үҫеш яғынан артта ҡалған балаларға пособиелар ҙа 10% индексациялана.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас