Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Социаль яҡлау
21 Ноябрь 2022, 05:45

ЗӘҢГӘР ЯҒЫУЛЫҠ КИЛДЕ

Ҡала һәм район өсөн мөһим газ үткәргес сафҡа инде

Билдәле булыуынса, 2021 йылдан алып 2025 йылға тиклем республикала газ менән тәьмин һәм газификациялау программаһы  сиктәрендә ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендә газ үткәргестәр проектлана һәм төҙөлә. Ошоға ярашлы, “Газпром газ бүленеше Өфө” йәмғиәтенең Стәрлетамаҡтағы белгестәре Стәрлетамаҡ районында  17,2 км  һуҙымында ҡасаба-ара газ үткәргесте сафҡа индерҙе.  Был ҡалабыҙҙың көнбайышында урынлашҡан яңы биҫтәләргә лә газ үткәрергә мөмкинлек бирә.

 Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка, Загородный, Мариинский һәм Байрак ауылдары – тап шулар иҫәбендә, был иһә 7 меңдән ашыу йортҡа  тәбиғи газ үткәреләсәк тигән һүҙ. Ә бына Мариинскийҙа тәүгеләрҙән булып  газ үткәргән Рима Фәнир ҡыҙы һәм Зөфәр Рәис улы Науширвановтарҙың шатлыҡтарын уртаҡлашырға “Газпром газ бүленеше Өфө” йәмғиәтенең Стәрлетамактағы  директоры Олег Бойцов,  Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәт башлығы башлыҡтары Рөстәм Ғәзизов һәм Стәрлетамаҡ районы хакимиәт башлығы Евгений Волков та  килгәйне.  

– Әлеге ваҡытта районда газ үткәреүгә 270 заявка бирелгән, 142 килешеү төҙөлгән. Газ селтәрҙәре 80 участканың сигенә тиклем һуҙылған. Әле беҙ  Мариинский ҡасабаһында тәүгеләрҙән булып Науширвановтар ғаиләһенең газ плитаһын тоҡандырҙыҡ,  ошо рәүешле 2021 йылдан 2025 йылға тиклем ҡуйылған  масштаблы мәсьәләләрҙе Стәрлетамаҡ районында ла тормошҡа ашыра башланыҡ, – тине Олег Бойцов.

– Бөгөн беҙ Стәрлетамаҡ районы хакимиәт башлығы менән  Мариинский ҡасабаһында газ бүленеше үткәргесен асыуҙа ҡатнаштыҡ. 284 ер участкаһында йәки 95 йорт хужалығында газ үткәреү күҙаллана. Тәүге шәхси йортка газ үткәрелде лә инде. Шулай уҡ “Радужный” биҫтәһен дә газ менән тәьмин итергә уйлайбыҙ. Уны беҙ 2024 йылда төҙөй башлаясаҡбыҙ. Стәрлетамаҡтың перспективалы үҫешенең генераль планында газ – иң кәрәкле ресурстарҙың береһе. Радужныйҙа төҙөлгән 1300 мең квадрат метр торлаҡ, шулай уҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана һәм башҡа социаль объекттара газды яңы газ үткәргестән аласаҡ. Был биләмәне артабан үҫтереүгә импульс буласаҡ.  Стәрлетамаҡ өсөн фәҡәт  әлеге газ үткәргесен асыу – мөһим стратегик әһәмиәткә эйә, – тип билдәләне Рөстәм Ғәзизов был ваҡиғаны.

Әйткәндәй, Науширвановтар быйыл бында 7-се ҡышты үткәрәләр.  Өйҙәрендә зәңгәр яғыулыҡ барлыҡҡа килеүгә  уларҙың шатлыҡтарының сиге юҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

.Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

ЗӘҢГӘР ЯҒЫУЛЫҠ КИЛДЕ
ЗӘҢГӘР ЯҒЫУЛЫҠ КИЛДЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас