+22 °С
Болотло
«Был үҙгәрештәр мобилизацияланғандарға һәм ирекмәндәргә ҡарата суд эштәрен туҡтатыу тураһындағы закон проектын икенсе уҡыуға иҫәпкә алына», — тиелә Дәүләт Думаһының рәсми белдереүендә.
Хәҙер, әгәр кеше хәрби хәрәкәттәр зонаһына юлланһа, банктарға һәм приставтарға башҡарыу производствоһы сиктәрендә уның аҡсаһын алыу тыйыла. Шул уҡ ваҡытта ундайҙарҙың иҫәбенә арест һалыу мөмкинлеге бар. Был осраҡта яугирҙәр ҙә, уларҙың ғаилә ағзалары ла үҙҙәренә тейешле бер тапҡыр бирелә торған һәм айлыҡ түләүҙәрҙән файҙалана алмай.
Үҙгәрештәрҙең авторҙары — «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре.
Башинформ