Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
6 Декабрь 2022, 10:35

18 декабрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханаларҙа ял итә ала

Ошо айҙа уҡ Башҡортостан Мәғариф министрлығының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ял иттереү һәм һауыҡтырыу буйынса программаһы эшләй башлай.

18 декабрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханаларҙа ял итә ала18 декабрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханаларҙа ял итә ала
18 декабрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханаларҙа ял итә ала

18 декабрҙән ата-әсәләрҙең республика шифаханаларына юллама алыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә социаль ярҙам сараларына арналған брифингта мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова белдерҙе.

«Йыл әйләнәһенә, 14 көн һайын балаларҙы профилле сменаларға ял итергә ебәрәбеҙ. Әлеге ярҙам төрө менән файҙаланыу өсөн мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә, ғариза, хәрби комиссариаттан белешмә килтерергә кәрәк», - тине Инесса Косолапова.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас