Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Социаль яҡлау
7 Декабрь 2022, 06:20

Төҙөлөш ҡоралдарын бушҡа алам тиһәң...

Стәрлетамаҡта төҙөлөш ҡоралдарын бушлай алып тороу өсөн прокат эшләй башланы. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостандың 11 “Ғаилә” үҙәгендә төҙөлөш ҡоралдарын бушлай ҡуртымға алыу пункттары асылған.

Хәҙер ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр төҙөлөш өсөн кәрәк булған лобзик (йоҡа тар бысҡы), шуруповерт (шөрөп бороу ҡулайламаһы), перфоратор (тишек быраулау приборы) һәм культиватор кеүек ҡоралдарҙы бушлай арендалай аласаҡ. Бының өсөн йәшәү урының буйынса “Ғаилә” үҙәгенә мөрәжәғәт итергә генә кәрәк буласаҡ.

 Артабан төҙөлөш ҡоралдарын һәм техниканы прокатҡа биреү пункттары электр йышҡыһы һәм газон сапҡыстар менән тулыландырыласаҡ.

Стәрлетамаҡта “Ғаилә” үҙәгенең адресы: Артем урамы, 71-се йорт, тел. +7 (3473) 23-71- 01, +7 (3473) 22-00-11.

Р. УСМАНОВА.

Төҙөлөш ҡоралдарын бушҡа алам тиһәң...
Төҙөлөш ҡоралдарын бушҡа алам тиһәң...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас