Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
12 Декабрь 2022, 18:02

Башҡортостанға 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр өсөн өҫтәмә транш бүленә

Башҡортостанға 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр өсөн өҫтәмә рәүештә 190 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Шулай итеп, ошо категорияға ҡараған ғаиләләргә түләүҙәр өсөн республика федераль бюджеттан 8 миллиард һумдан ашыу аҡса алырға тейеш. Ошо туралағы бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Башҡортостанға 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр өсөн өҫтәмә транш бүленә
Башҡортостанға 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр өсөн өҫтәмә транш бүленә

«Өҫтәмә финанслау кәрәклеге төбәктәрҙә аҡса алыусылар һанын асыҡлауға бәйле. Аҡса сығанағы — хөкүмәттең резерв фонды», — тиелә Министрҙар кабинеты белдереүендә.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләүҙәр өсөн төбәктәргә өҫтәмә рәүештә 3,3 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Рәсәй президенты указы менән 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләүҙәр индерелде. Ғаиләнең хәленә ҡарап, уларҙың күләме балаға йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100% тәшкил итергә мөмкин. Башҡортостанда пособиеның иң күбе — 11 747 һум.

Пособие юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә була.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в