Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
24 Декабрь 2022, 12:19

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл бүләктәре тапшырыла

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл бүләктәре тапшырыла. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы Радий Хәбиров исеменән бүләктәр әҙерләп, муниципалитеттарға ебәргән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл бүләктәре тапшырыла
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл бүләктәре тапшырыла

Ҡалаларҙа һәм райондарҙа ошо категорияға ҡараған балалар өсөн Яңы йыл шыршыһы 27 декабрҙә ойошторола, тип хәбәр итте «Башинформ»ға мәғариф министры Айбулат Хажин.

«Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын Яңы йыл тамашаһы, уйындар, квестар, конкурстар, Башҡортостан Республикаһы Башлығынан Яңы йыл бүләге көтә», — тине министр.

Башҡортостанда махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ҙур иғтибар бүленә. Мәғариф буйынса ғына 10 ярҙам сараһы ғәмәлгә ашырыла (колледждарҙа, мәктәптәрҙә 5-11 класс уҡыусыларын бушлай ашатыу, балалар баҡсаһына сиратһыҙ ҡабул итеү, балалар баҡсаһына түләүҙән азат итеү, колледжда уҡыу өсөн сертификат, балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу, өҫтәмә белем биреү ойошмаларына бушлай йөрөтөү, баланы икенсе мәктәпкә күсереү һәм башҡалар).

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: