Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
29 Декабрь 2022, 13:35

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың балаларын түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерәләр

Башҡортостандан мобилизацияланғандарҙың студент балаларына дәүләттән льготалар ҡаралған . Уларҙы түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерәләр, ятаҡтарҙа бушлай йәшәтәләр, матди ярҙам күрһәтәләр.

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың балаларын түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерәләр
Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың балаларын түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсерәләр

Бындай ҡарарҙар республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы ултырышында ҡабул ителде. Был хаҡта мәғариф министры Айбулат Хажин социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Льготаларға университет һәм колледж студенттары иҫәп тота ала. Социаль ярҙам сараларын алыу өсөн уларға ғариза менән үҙҙәренең белем биреү ойошмаһы етәкселегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре өсөн ярҙам саралары тураһында бында уҡығыҙ.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: