Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
4 Ғинуар 2023, 11:49

Халыҡҡа социаль ярҙамға 34 миллиард һум аҡса бүленде

1 ғинуарҙан бала тыуыу һәм тәрбиәләүгә бәйле берҙәм пособие индерелде.

2022 йылда Башҡортостан халҡына социаль ярҙамға ике кимәлдәге бюджеттан 34 миллиард һум самаһы аҡса бүленде.

Башҡортостан Республикаһы бюджеты, Рәсәй Федерацияһы кеүек үк, һәр ваҡыт социаль йүнәлешле булды һәм булып ҡала, йәғни һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, шулай уҡ насар граждандар категорияларын социаль тәьмин итеүгә, ғаиләне һәм балалыҡты һаҡлауға сығымдар уның күпселек өлөшөн тәшкил итә. Төбәгебеҙ халҡына социаль ярҙам тураһында һөйләгәндә, 2022 йылда Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса социаль ярҙам сараларын 1,2 миллион самаһы граждан алды, шул иҫәптән 230 меңдән ашыу балалы ғаилә, 450 мең ветеран, 200 меңгә яҡын инвалид һәм 70 мең эшһеҙ граждан. Күрһәтелгән маҡсаттарға 2022 йылда төбәк һәм федераль бюджеттарҙан 34 миллиард һум самаһы аҡса бүленде, шуның 20 миллиард һумдан ашыуы – балалы ғаиләләргә социаль ярҙам сараларын күрһәтеүгә.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, социаль ярҙам сараларын күрһәтеүгә йүнәлтелгән аҡса күләме йыл һайын арта бара. 2021 йыл менән сағыштырғанда былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты финанслау һигеҙ процентҡа артҡан. Был, шул иҫәптән, яңы социаль ярҙам сараларын индереүгә бәйле.

Мәҫәлән, 2022 йылдың апреленән Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге ЛХР, ДНР һәм Украинанан китергә мәжбүр булған граждандарға 10 мең һум күләмендә түләүҙәр ойошторҙо.

– Ғөмүмән, был осорҙа республикаға ЛХР, ДНР һәм Украинанан мең ярым самаһы кеше килде, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Уларҙың яртыһы тиерлек ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында йәшәй, һәм тағы шунсаһы үҙ аллы йәшәй. Тап беҙҙең министрлыҡ командаһы Рәсәй Федерацияһының яңы граждандары менән эште көйләй, сөнки килгән һәр кеше - үҙенең тормош тарихы, үҙ ҡараштары һәм проблемалары менән. Документтар күсереүҙән, гражданлыҡ һәм түләүҙәрҙән башлап эшкә урынлашыуға тиклем төрлө эштәр менән шөғөлләндек, өҫтәүенә өлкәндәрҙең күпселеге әле эшләй, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.

2022 йылғы яңылыҡтар тураһында һөйләгәндә, балалы ғаиләләргә социаль ярҙам сараларын алыу процедураһын ябайлаштырыу маҡсатында 1 сентябрҙән берҙәм документтар пакеты ҡушымтаһы менән айырым социаль ярҙам сараларын биреүгә берҙәм ғариза биреү индерелде. Был яңылыҡ граждандарҙың мөрәжәғәттәре һанын кәметергә, социаль ярҙам сараларын күрһәтеүгә ваҡытты кәметергә, шулай уҡ тапшырылған документтар һанын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе. Әйткәндәй, Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы әҙерләгән ғариза биреү формаһы “Смартека” төбәктәренең алдынғы практикалары платформаһында урынлаштырылды.

Социаль контракт биреү өлөшөндә лә яңылыҡтар бар. Мәҫәлән, 2022 йылдың июленән адреслы социаль ярҙам сиктәрендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға дәүләттән 350 мең һумға тиклем (элек – 200 мең һумға тиклем), шәхси ярҙамсы хужалыҡты алып барыуға — 200 мең һумға тиклем (элек – 100 мең һумға тиклем) һәм эш эҙләүҙә булышлыҡ итеүгә 13200 һум алырға мөмкин.

2022 йылда республика халҡы 5150-нән ашыу социаль контракт төҙөгән, программала ҡатнашыусыларға 613,5 миллион һум аҡса түләнгән. 1110-дан ашыу кеше социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам арҡаһында үҙ бизнесын, меңгә яҡын граждан шәхси ярҙамсы хужалыҡ асҡан, 1800-гә яҡын кеше эш эҙләү барышында финанс ярҙамы алған, тағы ла 1287 граждан ауыр тормош хәлен еңеп сығыу өсөн адреслы ярҙам менән файҙаланған.

2022 йыл аҙағында “граждандар менән үҙ-ара эш итеү берҙәм контакт-үҙәге” эшләй башланы. Хәҙер социаль ярҙам саралары (Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы ғына түгел, шулай уҡ Пенсия фонды һәм социаль страховкалау фонды линияһы буйынса) буйынса бөтә мәғлүмәтте көн һайын 8 (800) 600-00-00 һандары буйынса (эш көндәрендә тәүлек әйләнәһенә, ял көндәрендә сәғәт 7.00-нән 17.00-гә тиклем) алырға мөмкин.

Яңы йыл яңылыҡтары тураһында һөйләгәндә, 2023 йылдың 1 ғинуарынан бөтә илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда бала тыуыу һәм тәрбиәләүгә бәйле берҙәм пособие индерелә. Был яңы түләү ғәмәлдәге биш социаль ярҙам сараһын берләштерә: 3-7 йәшлек балаларға; беренсе балаға өс йәшкәсә; өсөнсө балаға өс йәшкәсә (2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем ошо өс пособиены социаль яҡлау органдары түләгән); шулай уҡ 8-17 йәшлек балаларға пособие һәм иртә срокта иҫәпкә торған ауырлы ҡатындарға пособие (2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем пособиены рәсәй Пенсия фонды түләгән). 2023 йылдың 1 ғинуарынан Пенсия фонды һәм Социаль страховкалау фонды функцияларын берләштергән Социаль фонд берҙәм пособие тәғәйенләү һәм түләү менән шөғөлләнәсәк.

Мөһим! Берҙәм пособие индергәндә күсеү осоро ҡаралған. Ғаиләләр тәғәйенләнгән осор тамамланғансы элекке түләүҙәрен һаҡлап ҡалырға йәки яңы пособиеға күсергә хоҡуҡлы. 2023 йылға тиклем тыуған өс йәшкәсә балаларҙың ата-әсәләре баланың өс йәше тулғансы иҫке ҡағиҙәләр буйынса түләү алырға хоҡуҡлы.

 

https://bashgazet.ru

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас: