Ашҡаҙар
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
9 Ғинуар 2023, 13:33

Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме

Ғинуар айында Башҡортостанда 1 миллион 57 меңдән ашыу пенсионерҙың пенсияһы 4,8 процентҡа артҡан. Был хаҡта Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

«Индексациянан һуң Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса пенсияның уртаса күләме 20,1 мең һумға еткән. Һәр пенсионер өсөн индексация индивидуаль һәм алған пенсияһының күләменә бәйле. Эшләп йөрөгән пенсионерҙар, хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатҡас, яңы күләмдә пенсия ала башлай», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Ғәмәлдәге пенсионерҙарға түләүҙәр менән бер рәттән яңы йылдан буласаҡ пенсионерҙарҙың пенсия хоҡуҡтары ла индексацияланды. Был пенсия коэффициенты хаҡын һәм билдәләнгән түләүҙе 4,8 процентҡа арттырыу аша башҡарыла, шуларҙан страховка пенсияһы йыйыла. 2023 йылдың ғинуарынан коэффициенттың хаҡы — 123,77 һумға, билдәләнгән түләүҙең күләме 7 567,33 һумға еткән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: