Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
12 Ғинуар 2023, 14:11

Башҡортостанда социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса берҙәм телефон номеры үҙгәрҙе

Хәҙер социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса Берҙәм бәйләнеш үҙәгенең 8 (800) 600-00-00 телефоны аша консультация алырға мөмкин (шылтыратыу бушлай).

Башҡортостанда социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса берҙәм телефон номеры үҙгәрҙе
Башҡортостанда социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса берҙәм телефон номеры үҙгәрҙе

Тимәк, Башҡортостан халҡы 8 (800) 600-00-00 телефон һандары буйынса белгестәрҙән түләүҙәр һәм пособиелар тәғәйенләү, социаль хеҙмәттәр һәм социаль гарантиялар тәртибе тураһында белешмә алырға мөмкин.

Берҙәм бәйләнеш үҙәгенең эше бер нисә линия принцибы буйынса төҙөлгән. Аңлатабыҙ:
  беренсе линияла шылтыратыуҙы виртуаль ярҙамсы ҡабул итә, ул дөйөм һорауҙарға яуап бирә
  кәрәк булған осраҡта, виртуаль ярҙамсы клиентты икенсе линия операторы менән тоташтыра
  әгәр яуап биреү өсөн мәғлүмәттәр базаһындағы шәхси мәғлүмәт талап ителә икән, шылтыратыу операторға, йәғни профилле ведомство хеҙмәткәренә йүнәлтелә.

Бот эш көндәрендә тәүлек әйләнәһенә, ял көндәрендә сәғәт 7.00-нән 17.00 тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә, ә операторҙар учреждениеларҙың эш ваҡыты режимында эшләй.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: