Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
20 Ғинуар , 12:09

2023 йылда әсәлек капиталының суммаһы арта

1 февралдән беренсе балаға әсәлек капиталы күләме  — яҡынса 587 мең һумға, икенсеһенә иһә 775,6 мең һумға еткерелә. Был турала 19 ғинуарҙа Рәсәй Финанс министрлығының рәсми сайты хәбәр итә.

2023 йылда әсәлек капиталының суммаһы арта
2023 йылда әсәлек капиталының суммаһы арта

«2023 йылдың 1 февраленән социаль түләүҙәрҙе 11,9% индексациялауға сығымдар 152,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. Индексация  40-тан ашыу социаль ярҙам сараһына, шул иҫәптән бала тәрбиәләү буйынса пособиеға, инвалидтарға, ветерандарға һәм чернобылселәргә айлыҡ түләүҙәргә, айлыҡ страховка түләүенә ҡағыла», — тип билдәләнә ведомство сайтында.

Бынан алдараҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә быйыл хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға ҡушҡайны.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в