Социаль газ үткәреү программаһын Рәсәй Президенты тәҡдим итте. Ул газ селтәрҙәре һалынған тораҡ пункттарҙа ғәмәлгә ашырыла.
Былтыр 2 375 ғаилә газ үткәреү өсөн сертификаттарҙан файҙаланған, дөйөм сумма 178 миллион 587 мең һум тәшкил иткән. Программа башланғандан алып республикала 665 миллион 200 мең һумлыҡ 8 437 сертификат бирелгән.
Сертификат алыуға иҫәпкә тороу өсөн граждандарға йәшәгән урын буйынса республиканың халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Башинформ.