Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
25 Ғинуар 2023, 18:25

2023 йылда кемдәр әсәлек капиталынан 3 йәшкәсә балаларға түләү алырға хоҡуҡлы

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығында 2023 йылда ғаиләләрҙең әсәлек капиталынан 3 йәшкәсә балаларға түләү алыу мөмкинлеге хаҡында белдерҙеләр.

2023 йылда кемдәр әсәлек капиталынан 3 йәшкәсә балаларға түләү алырға хоҡуҡлы
2023 йылда кемдәр әсәлек капиталынан 3 йәшкәсә балаларға түләү алырға хоҡуҡлы

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылдың 1 ғинуарынан килеме бер кешегә ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр 3 йәшкә тиклемге һәр балаға әсәлек капиталынан айлыҡ түләү алыу мөмкинлегенә эйә. Бынан алда 3 йәше тулмаған икенсе балаға ғына ошондай түләү юлларға мөмкин ине.

Түләүҙең күләме — төбәктә балаларға  билдәләнгән бер йәшәү минимумы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, түләүҙе тәғәйенләгәндә ғаиләнең мөлкәте иҫәпкә алынмай һәм «нуль килеме ҡағиҙәһе» ҡулланылмай.

Аҡса юллау өсөн йәшәгән урын буйынса Рәсәйҙең Социаль фонды бүлексәһенә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм күп функциялы үҙәк аша ғариза бирергә кәрәк.

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы — 12 650 һум, эшкә һәләтле халыҡҡа — 13 789 һум, пенсионерҙарға — 11 990 һум, балаларға 12 271 һум.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: