Ашҡаҙар
+16 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
24 Март 2023, 13:30

2024 йылдан МРОТ 18,5% арттырыла

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 18,5% индексациялана. Премьер-министр Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында хөкүмәт эше тураһында отчет менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе. Рәсәй президенты февралдә уҡ хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһында әйткәйне.

2024 йылдан МРОТ 18,5% арттырыла
2024 йылдан МРОТ 18,5% арттырыла

Ағымдағы йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар арттырыла, шулай итеп, бер йыл эсенд үҫеш 13,5% ашыу тәшкил итергә тейеш, был 4 миллионға яҡын кешегә ҡағыла. Социаль пенсия страховка пенсияһын алыу өсөн стажы етмәгән кешеләргә түләнә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостандың бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн МРОТ район коэффициенты менән бергә 19 743 һум (+12,3%), для «бюджетниктар» өсөн 18 678 (+6,3%) тәшкил иткән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: