Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
31 Март 2023, 12:43

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының пенсияһына өҫтәп 10 мең һум түләнә

Рәсәй Президенты указына ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына 10-ар мең һум бирелә. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында Рәсәй Федерацияһы Социаль фондының республика буйынса бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Вәхитов белдерҙе.  

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының пенсияһына өҫтәп 10 мең һум түләнә
Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының пенсияһына өҫтәп 10 мең һум түләнә

Эфир ҡунағы әйтеүенсә, аҡса апрель пенсияһы менән бергә таратыла. 2023 йылда республикала уны 182 ветеран, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 63 кеше алырға тейеш. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй.

«Пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе 3 апрелдә тарата башлайҙар. Почта элемтәһе ойошмалары аша алғандарға раҫланған графикка ярашлы бирелә. Кредит ойошмаларына һәм банктарға аҡса 12 апрелдә, шулай уҡ Ураҙа байрамына бәйле ваҡытынан алда, 20 апрелдә күсерелә», — тип билдәләнеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: