Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
6 Апрель 2023, 12:20

ҠОРО БАССЕЙН, ТРЕНАЖЕР ҺӘМ МАССАЖ

35-се мәктәптә сенсор класс асылды Ҡалабыҙҙың 35-се мәктәбендә сәләмәтлектәре сикле балалар ҙа белем ала. Яңыраҡ бында шундай уҡыусылар өсөн сенсор бүлмәһе асылды. Был махсус бүлмә  “Балалар – беҙҙең бәхет” Төбәк йәмәғәтселек ойошмаһы проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Ойошманың бағымсыһы Анастасия  Самойлова белдереүенсә, балаларын төрлө ҡыйбатлы үҙәктәргә йөрөтөргә бар ата-әсәләрҙең дә ҡулынан килмәй бит, ә был сенсор бүлмәһе 100-ҙән ашыу баланың һәм уларҙың ата-әсәләренең хәлен еңеләйтәсәк.

Әлбиттә, иң ҙур рәхмәтте был башланғысты күтәреп сыҡҡан коррекцион класс уҡытыусыһы Гөлнара Мәнәповаға әйтергә кәрәк. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, элекке шарттарҙа эшләү бик еңелдән булмаған. Хәҙер бүлмә сенсор мөйөштәр, ҡоро бассейн, тренажер, массаж ҡулланмалары менән байытылғас, кәйефтәр бөтөнләй икенсе төрлө икән.

Мәктәптең  педагог-психологы Сәриә Хисмәтуллина бүлмәнең, бигерәк тә логопед, дефектолог һәм психологтар өсөн айырыуса кәрәк булыуын, бында балалар баш мейеһенең нейромоторикаһын һәм нейрофункцияһын үҫештерә алыуын билдәләп үтте. Ә бына тәбиғәт донъяһының алыштырғыһыҙ матур  тауыштарынан  торған релакс зонаһында балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ойоп китеп, серем итергә мөмкин.

– Йөрәк йылыһына бөтә балалар ҙа мохтаж. Шуға күрә бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыусыларҙың барыһына ла рәхмәт, – тип белдерҙе класты асыу мәлендә ҡала хакимиәтенең йәмғиәт институттары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Илгиз Йәнәлиев.

Класс артабан мөмкинлектәре сикле балаларҙың үҫешен яҡшыртырына өмөттәр ҙур.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

ҠОРО БАССЕЙН, ТРЕНАЖЕР ҺӘМ МАССАЖ
ҠОРО БАССЕЙН, ТРЕНАЖЕР ҺӘМ МАССАЖ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: