Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
7 Апрель 2023, 12:00

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар 50 мең һумлыҡ сертификат алды

Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 50 мең һумлыҡ сертификаттар алды.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар 50 мең һумлыҡ сертификат алды
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар 50 мең һумлыҡ сертификат алды

Башҡортостанда Рәсәйҙең махсус операцияһында ҡатнашҡан алты яҡташыбыҙ һәм уларҙың 5 ғаилә ағзаһы мәшғүллек үҙәктәрендә белем биреү сертификаттары алды, тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында.

Һүҙ Бөрөлә, Сибайҙа һәм Балаҡатай районында йәшәүселәр хаҡында бара, унда, ведомство башлығы һүҙҙәренсә, хәрбиҙең ҡатыны уны балалар баҡсаһына эшкә урынлашыу өсөн файҙаланырға ниәтләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн ошондай сертификаттың хаҡы 50 мең һум тәшкил итә (башҡалар өсөн —  20 мең). Был аҡсаны һөнәри йәки өҫтәмә һөнәри белем алыуға тотонорға мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: