Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
13 Апрель 2023, 12:01

ҮҘӘК БЕР КЕМДЕ ЛӘ ЯРҘАМҺЫҘ ҠАЛДЫРМАЙ!

Февраль айынан алып Стәрлетамаҡта Башҡортостанда ғына түгел, илдә(!) иң тәүге булып Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асылды. Уны булдырыу хаҡында уҙған йыл аҙағында ҡаланың предприятиелар директорҙары советында ҡарар ҡабул ителгәйне.

ҮҘӘК БЕР КЕМДЕ ЛӘ  ЯРҘАМҺЫҘ ҠАЛДЫРМАЙ!
ҮҘӘК БЕР КЕМДЕ ЛӘ ЯРҘАМҺЫҘ ҠАЛДЫРМАЙ!

Ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм Башҡорт сода компанияһы генераль директоры Эдуард Давыдов башланғысы менән бул-дырылған үҙәккә бөгөнгө көндә аҙнаһына уртаса һикһәндән ашыу мөрөжәғәт килә. Үҙәк рәйесе Евгения Долгих белдереүенсә, кемдер ярҙам һорап килһә, бәғ-зеләр, киреһенсә, үҙе булышлыҡ итергә теләй.


– Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә юридик, психологик һәм хатта физик ярҙам күрһәтелә. Кемдер, әйтәйек, күсемһеҙ милек рәсмиләштереү буйынса ҡыйынлыҡ кисергән, икенсеһе төрлө ведом-стволарға мөрәжәғәт итеүҙә кәңәш һорай, ә кемдер килеп, күңелен бушатып ҡайтып китергә лә мохтаж – бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Аҙнаһына уртаса утыҙҙан ашыу ошондай характерҙағы ярҙам күрһәтелә, шул ҡәҙәр йәки күберәк тә ярҙам итергә теләүсе кешеләр ҙә килә, – тип бүлешә етәксе үҙәктәге эш тураһында.


Үҙәк булдырыу шуныһы менән дә отошло: ул “берҙәм тәҙрә” системаһында эшләй йәки бөтә мөһим мөғлүмәт ошонда туплана, яугирҙәр йәки уларҙың ғаиләләре ошонда мөрәжәғәт итә. Яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам ебәреү өсөн ниндәй аҙыҡ-түлек, әйбер, дарыу кәрәк, уларҙы ҡасан йыйалар, ҡайҙа туплана, яраланғандар, отпуск ялына ҡайтҡандар ҡайҙа һаулығын нығыта ала, түләүҙәр юллау өсөн ҡайҙа барырға, ғаиләләр ниндәй льготаға эйә, уларға ниндәй ярҙам кәрәк – бында барыһын да белергә була. Шул уҡ ваҡытта мобилизацияланған яугирҙәр хеҙмәт иткән подразде-лениелар командирҙары менән дә бәйләнеш булдырылған. Ғөмүмән, актуаль мәғлүмәт артынан был үҙәккә мөрәжәғәт итеү зарур.


– Үҙәк эшләй башлағандан алып бөгөнгәсә урындағы власть органдары, предприятиелар вәкил-дәре ҡатнашлығында өс тапҡыр мобилизацияланғандар менән, дүрт тапҡыр уларҙың яҡындары менән осрашыу ойошторҙоҡ. Биш кескәй гуманитар ылау оҙатылды. Был эште атҡарыуҙа булышлыҡ иткән өсөн Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, урындағы “Набат” хәрби бәрелештәр вете-рандары союзы етәксеһе Илдус Мәнәпов, ҡала советы депутаты Игорь Пылаевҡа ҙур рәхмәт. Шулай уҡ предприятие етәкселәре лә мөрәжәғәттәрҙе яуапһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалдырмай, – тип тә өҫтәй Евгения Долгих.


Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта эшләп килгән үҙәк Махсус хәрби опе-рацияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ҙур тәжрибә булып тора. Республика Башлығы Радий Хәби-ров әлегеләй үҙәктәрҙе башҡа ҡала-райондарҙа ла булдырырға тигән күрһәтмә бирҙе яңыраҡ. Ошондай үҙәк Мәскәүҙә Стәрлетамаҡтан һуң бер аҙна үткәс асылһа, ә Санкт-Петербург һәм Приморьела тәжри-бә менән уртаҡлашыуҙы үтенеп үткән аҙнала шылтыратҡандар. Ғөмүмән, бындай мөрәжәғәттәр аҙнаһына бер нисә тапҡыр булып тора икән. Шылтыратыу тигәндән, ярҙам һорап йәки ярҙам тәҡдим итеп Стәрлетамаҡтан ғына мөрә-жәғәт итмәйҙәр, шулай уҡ Баш-ҡортостандың башҡа ҡалаларынан да йыш ҡына сығып торалар, ти Евгения Александровна.
...Бөгөнгө көндә халҡыбыҙға бер-ҙәм булыу, бер төптән йәшәү мөһим. Ошо берҙәм система булараҡ хеҙмәт иткән үҙәк эште лә берҙәм, маҡсатҡа ярашлы һәм тиҙ рәүештә алып барырға булышлыҡ итә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү үҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамындағы 122-се йортта урынлашҡан. Үҙәктә эш көндәрендә – 10:00-20:00, ә шәмбе 10:00-14:00 сәғәттәрҙә ҡабул итәләр. Йәкшәмбе – ял. Белешмә өсөн телефон: 8-929-75-74-892.


Рәмил МАНСУРОВ.
Фото ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән алынды.

ҮҘӘК БЕР КЕМДЕ ЛӘ  ЯРҘАМҺЫҘ ҠАЛДЫРМАЙ!
ҮҘӘК БЕР КЕМДЕ ЛӘ  ЯРҘАМҺЫҘ ҠАЛДЫРМАЙ!
ҮҘӘК БЕР КЕМДЕ ЛӘ  ЯРҘАМҺЫҘ ҠАЛДЫРМАЙ!
ҮҘӘК БЕР КЕМДЕ ЛӘ ЯРҘАМҺЫҘ ҠАЛДЫРМАЙ!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: