

Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү тураһында дәүләт хеҙмәттәре йәки почта аша ошондай ҡарар ҡабул ителгән көндән алып өс көн эсендә хәбәр итергә тейештәр.
Бынан тыш, 2026 йылдан ауыл хужалығында 30 йылдан ашыу эшләгән рәсәйҙәрҙең пенсияһына ауыл өҫтәмәләре тәғәйенләгәндә лә ошондай ғаризаһыҙ тәртип ғәмәлдә була. Был исемлектә 500-ҙән ашыу һөнәр вәкилдәре, шул иҫәптән агрономдар, умартасылар, тракторсылар һәм махсус техниканы ремонтлау слесарҙары бар.
«Иң мөһиме - эш урыны ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, үҫтереү һәм эшкәртеү менән бәйле ауыл хужалығы предприятиеһы булырға тейеш», - тип белдерҙеләр Рәсәй Хөкүмәтендә.
Башинформ.