Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
7 Июль 2023, 18:05

Әсәлек капиталы аҡсаһына алынған фатирҙы еңелерәк һатырға мөмкин

Дәүләт Думаһына әсәлек капиталы аҡсаһына алынған фатирҙарҙы һатыуҙы ябайлаштырыу тураһында закон проекты индерелде. Был хаҡта Дәүләт Думаһы сайтында хәбәр ителә. Хәҙер бындай фатирҙарҙы һатыуы ауыр, сөнки әсәлек капиталын ипотеканы түләүгә тотонған милексе тәүҙә ипотека кредитын ҡапларға һәм ғаилә ағзаларына өлөш бүлергә тейеш.

Әсәлек капиталы аҡсаһына алынған фатирҙы еңелерәк һатырға мөмкин
Әсәлек капиталы аҡсаһына алынған фатирҙы еңелерәк һатырға мөмкин

Бынан тыш, балаларҙың өлөшө булған фатирҙы опека органдары рөхсәте менән генә һатырға мөмкин, был килешеүҙе күпкә ҡатмарлаштыра. Шуға күптәр бындай торлаҡ һатып алыуҙан баш тарта.

Тәҡдим ителгән закон проекты өлөш бүлеү тураһында йөкләмәне яңы һатып алынған торлаҡҡа күсерергә мөмкинлек бирә. Шул рәүешле бәлиғ булмағандарҙың үҫмерҙәрҙең хоҡуҡтары сикләнмәй, ә граждандар бер фатирҙы икенсеһенә алмаштырыу һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлегенә эйә була.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: