Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
10 Август 2023, 09:43

Инвалидтар коляска һәм протездарҙы электрон сертификат буйынса бушлай алырға мөмкин

Электрон сертификат нисек эшләй

Шәхси программа менән тәҡдим ителгән реабилитация сараларын сертификат менән түләргә була. Техник яҡтан - ул социаль тәьминәт системаһындағы реестр яҙмаһы һәм сертификат «Мир» картаһына бәйле. Уны алыу өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә (https://vk.cc/cq1O3j), Социаль фонд бүлексәһендә йәки Күп функциялы үҙәктә ғариза бирергә кәрәк.

Электрон сертификатты онлайн-түләү башҡарғанда, шулай уҡ ошо һанлы түләү ысулын ҡулланған һатыу нөктәләрендә файҙаланырға мөмкин. Магазиндар һәм техник реабилитация саралары исемлеге ошонда: https://vk.cc/ckUkVs һәм ошонда: https://vk.cc/ckUkRM.

 Реабилитация сараһы боҙолһа, нимә эшләргә

Уны үҙаллы ремонтларға кәрәкмәй - был хаҡта дәүләт ҡайғыртасаҡ. Йәшәгән урын буйынса Социаль фондтың территориаль бүлексәһенә, Күп функциялы үҙәккә йәки онлайн рәүештә «Дәүләт хеҙмәттәре» аша ғариза бирергә генә кәрәк: https://vk.cc/cpJZrq.

Артабан белгестәр өйҙә йәки Социаль фондта медицина-техник экспертиза үткәрә. Был эш 15 көндән оҙаҡҡа һуҙылмай. Шунан һуң һеҙ ремонтҡа йәки ваҡытынан алда алмаштырыуға йүнәлтмә аласаҡһығыҙ. Йүнәлтмә менән махсуслаштырылған ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ул башҡа ҡалала урынлашҡан булһа, һеҙгә бушлай юл йөрөү билеттарына талондар бирелә

8 (800) 1-00000-1 телефоны буйынса йәки, Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт итеп, өҫтәмә һорауҙарға яуап алырға мөмкин: https://vk.cc/cleqKt

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан  

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: