Пенсия юллау өсөн Социаль фондтың урындағы бүлексәһенә йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ. Документтарҙан паспорт, СНИЛС, хеҙмәт кенәгәһе һәм инвалидлыҡ тураһында белешмә әҙерләгеҙ.
Әйткәндәй, опекундар ҙа пенсияға иртәрәк сыға ала. Опекун өсөн пенсия юллау нескәлектәрен тейешле органдарҙан белешеү мотлаҡ. Төп шарт - балаға һигеҙ йәш тулғансы опекун булырға кәрәк.
Һорауҙарығыҙ ҡалһа, Берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин:
8 800 100 000 1.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан