Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
8 Сентябрь 2023, 15:45

Юҡ ише түгел инде

Башҡортостанда йәтимдәргә 2,5 миллион һум ҡулланыр өсөн "кеҫә аҡсаһы" бүлгәндәр. «Был маҡсатҡа ҡаҙнанан 2,5 миллион һум ебәрәсәктәр», - тип хәбәр итте БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.


Бөгөн республиканың 15 ғаилә тәрбиәһе үҙәгендә 494 бала йәшәй. Улар - тулыһынса дәүләт тәьминәтендә. Шуларҙың 10 йәштән 18 йәшкә тиклемге 409-ы ай һайын "кеҫә сығымдарына" аҡса аласаҡ. Һәр балаға йылына 6,1 мең һум аҡса бүленәсәк.  Бер һүҙ менән әйткәндә, ғаилә үҙәктәрендә йәшәгән балалар ай һайын 509,4 һум аҡса аласаҡ. Бер ҡараһаң, был аҡса әллә ни ҙур булмаһа ла  бөтөнләй юҡ ише түгел инде.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Юҡ ише түгел инде
Юҡ ише түгел инде
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: