Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
10 Октябрь 2023, 19:17

Тимер юлы вокзалында мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарға көтөү залы асылды

Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикле кешеләр республикала иғтибар үҙәгендә тора. Бындай категорияға ҡараған граждандар өсөн урамда, социаль объекттарҙа, сауҙа биналарында төрлө уңайлыҡтар булдырыла. Республика көнө алдынан Стәрлетамаҡта Тимер юл вокзалында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсус йыһазландырылған көтөү залы асылды. Яңы уңайлыҡтар күреү, ишетеү һәм хәрәкәтләнеү йәһәтенән зәғифтәр өсөн тәғәинләнгән. Залда вокзалдың бар эшен күрһәтеүсе интерактив экран ҡуйылған, уның аша тимер юлы транспорты хәрәкәте теҙмәһе менән танышырға, поездарҙың маршрутын күрһәтеүсе карта, ярҙам кәрәк булған осраҡта саҡырыу төймәһе бар.

Тимер юлы вокзалында мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарға көтөү залы асылды
Тимер юлы вокзалында мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарға көтөү залы асылды

Перронға, йәки ҡалаға сығыу буйынса видео белешмә яҙҙырылған. Коляскала йөрөүсе граждандарға ҡулланыу еңел булһын өсөн төймәләре аҫтараҡ урынлаштырылған. Күреү һәләте түбән булыусылар өсөн Брайль шрифтлы яҙыуҙар һәм тауыш ярҙамсыһы  бар хәрәкәтте һөйләп ишеттереп тора. Электрколяскала хәрәкәт итеүселәргә, аккумуляторҙарына көс йыйҙырыу урыны бар. Бында шулай уҡ тимер юлы экспонаттары, поезд моделдәренән торған күргәҙмә, балалар өсөн уйын майҙансығы булдырылған. Яңы уңайлыҡтарҙы граждандар үҙҙәре лә һынап ҡараны, улар араһында инвалид коляскала хәрәкәт итеүселәр, йөрөтөүсе эт менән килеүселәр ҙә булды.

Бындай уңайлыҡтар мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн өйҙә бикләнеп ултырмаҫҡа, ә республика һәм ил буйлап сәйәхәт итеүгә булышлыҡ итә.

Был һүҙҙәрҙе ҡала Советы депутаты Владимир Петров та, дәлилләп ҡалабыҙҙа мөмкинлектәре сикле булған граждандарҙың әүҙем тормош алып барыуы, һәм тимер юлдары транспорты менән алыҫ ҡалаларға барып ярыштарҙа ҡатнашыуы, сәйәхәт һәм ял итеүҙәре тураһында әйтеп үтте.

Тимер юлы вокзалында мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарға көтөү залы асылды
Тимер юлы вокзалында мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарға көтөү залы асылды
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: