– Был йорттағы фатирҙарҙың бер өлөшөн беҙ етем балалар өсөн һатып алдыҡ. Ул фатирҙар таҙа, йыһазландырылған, заманса һәм сифатлы эшләнгән. Төҙөүсе “Альянс Групп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт күсенеп-йәшәп китеү өсөн хатта аш-һыу бүлмәһе гарнитураларын ҡуйырға ниәтләй. Әйткәндәй, йортто “Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһы базаһында ойошторолған муниципаль идара итеү компанияһы хеҙмәтләндерә, шуға күрә хеҙмәтләндереү сифатын ҡәтғи күҙәтәсәкбеҙ, – тип белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов йорттағы шарттар менән барып танышҡанда.
Дөйөм алғанда, йорт иркен подъездары менән оҡшай, бында бөтә кәрәкле нәмәләр ҙә булдырылған, ихата ла төҙөкләндерелгән, балалар өсөн уйын майҙансыҡтарына хәтлем бар. Әлбиттә, бындай заманса йорттар ҡалабыҙҙың тышҡы күренешен ифрат та биҙәй.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Фото ҡала башлығы рәсми сәхифәһенән алынды.