Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәште үтеп киткән. Тимәк, коронавирус пандемияһына тиклем булған күрһәткестәр менән тигеҙләштек. 2030 йылға ҡарата прогноздар буйынса ғүмер оҙонлоғо 78 йәштән дә кәм булмаҫҡа тейеш, ә артабан был күрһәткес 80 йәштән дә артып китергә тейеш.
Беҙ алкоголь эсемлектәр ҡабул итеүҙе кәметтек, был ҡаты спирты эсемлектәргә күпселек ҡағыла. Был халҡыбыҙҙың һаулығына тәьҫир итә.
"Эсеүҙе ташла, саңғыға баҫ" тип шаяртабыҙ. Киләһе йылдан башлап диспансеризация үтеүселәр һәм ГТО нормаларын тапшырыусыларға һалып ҡайтармалары индереләсәк.