Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
3 Июнь , 16:43

Главные заявления, прозвучавшие на оперативке в ЦУРе.

- Башҡортостан Республикаһы тәүге тапҡыр йәшәү сифаты буйынса Рәсәйҙең тәүге 20 төбәге иҫәбенә инде һәм 12-се урынды биләне (2021 йылда Башҡортостан 40-сы, 2022 йылда иһә 25-се урынды биләне). Республика Башлығы Стратегик башланғыстар агентлығынан йәшәү сифаты рейтингын күтәрергә ҡушты.

- Башҡортостанда хөкөм ителгән кешеләрҙе социаль яраҡлаштырыу үҙәге булдырыла, унда ваҡытлыса тороу урыны бирелә, кешеләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолған махсуслаштырылған ойошма буласаҡ.

- Быйыл «Китап-байрам» китап йәрминкәһенә 173 мең кеше ҡатнашты, сара барышында 8,8 миллион һумлыҡ 73 меңдән ашыу китап һатылды. Радий Хәбиров киләһе «Китап-байрам»да филателистар осрашыуын ойошторорға тәҡдим итте.

- Радий Хәбиров баҡсасылыҡ продукцияһын һатыу урындарын тәртипкә килтерергә ҡушты.

- Сәнәғәт министры Александр Шельдяев Үзбәкстан өлкәләре менән хеҙмәттәшлек һорауҙары өсөн яуаплы.

- Благовещен, Ишембай, Тәтешле һәм Стәрлетамаҡ райондарында күреү, ишетеү йәки терәк-хәрәкәт аппараты буйынса инвалидтар йәшәгән йорттарҙа GSM янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын ҡуя башланылар. Янғын сыҡҡан осраҡта улар янғын һүндереүселәргә, медиктарға, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына һәм кешеләрҙең туғандарына сигнал ебәрә.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: