Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
10 Июль , 11:30

БАЛАЛЫ КЕШЕГӘ УН МЕҢ ҺУМ ДА – АҠСА ИНДЕ…

Балалы ғаиләләргә мәктәпкә 10 мең һум бирелә, ә һалым ташламаһы арта: Путин яңы ярҙам сараларын тәҡдим итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Был беҙҙә ғаиләнән килә» конкурсы еңеүселәре менән осрашты һәм әсәлек капиталы, балалы ғаиләләр өсөн түләүҙәр, һалым ташламаһы һәм хатта махсус байрамдар темаһына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.   Башта президент әсәлек капиталы темаһына ҡағылды.  - Кешеләр әсәлек капиталының төп өлөшөн тотоноуҙан һуң, ниндәйҙер бәләкәй генә сумма ҡала, уның менән бер ни ҙә эшләргә ярамай кеүек. Әлбиттә, беҙ быны тикшерҙек, кешеләргә ҡалған аҡсаны файҙаланырға рөхсәт итергә кәрәк, әйҙәгеҙ, тәүҙә быны 10 мең һумдан башлайыҡ, ә һуңынан ҡарарбыҙ, - тине Владимир Путин. Вице-премьер Татьяна Голикова тотонолмаған аҡсаның  күпме кешегә тапшырыласағын иҫәпләп сығарҙы ла инде.

 - Бөтәһе 1,5 миллиард һумлыҡ әсәлек капиталының тотонолмаған  өлөшө түләнәсәк, - тип хәбәр итте Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова.

 Президент, был аҡсалар граждандарға балаларҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн йүнәлтеләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡарау буйынса түләүҙәр күләмен арттырырға, баланы ҡарау буйынса компенсацияны ата-әсәләргә генә түгел, яҡын туғандарға ла түләргә кәрәклеген тәҡдим итте.

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

 

 

 

БАЛАЛЫ КЕШЕГӘ УН МЕҢ ҺУМ ДА – АҠСА ИНДЕ…
БАЛАЛЫ КЕШЕГӘ УН МЕҢ ҺУМ ДА – АҠСА ИНДЕ…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: