Ул Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципаль район һәм ҡалалар тормошҡа ашырған берлектәге эш булып тора. Ҙур ихтыяж менән файҙаланылған программалар иҫәбенә “Нарыҫтауға экскурсия. “Изге Ғәли” сығанағы”, “Янғантау геопаркы”, “Торатау геопаркы”, “Святые Кустики” монастыры һәм башҡалар инә. Барлығы социаль проектта 53 маршрут ҡаралған, шул иҫәптән сит республикаларға ла, сит тарафтарға ла барыу мөмкинлеге бар. Оло йәштәгеләр өсөн әүҙем ял төбәктә “Демография” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары сиктәрендә ойошторолған. Был саралар Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән башланып киткәйне. Йыл һайын 50 мең пенсионерҙы ял иттереү маҡсаты ҡуйыла. Әле был һандың яртыһына етеп киләбеҙ. Әйткәндәй, быйыл беренсе этапта ҡалабыҙҙан 350 пенсионер ял итһә, икенсе этапта, йәғни август-сентябоҙә тағы ла 350 пенсионер сәфәргә юлланасаҡ.
Ошо проект сиктәрендә күптән түгел ҡалабыҙҙа “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика иң яҡшы тәжрибәләр фестиваленең сираттағы зона этабы үтте. Унда 9 район (Стәрлетамаҡ, Ишембай, Бишбүләк, Ғафури, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш) һәм ике ҡала: Стәрлетамаҡ һәм Салауат командалары ҡатнашты.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов һәм жюри рәйесе, “Һаулыҡ сәнғәте” халыҡ һаулығын пропагандалау ойошмаһы идараһы рәйесе Рима Шәйҙуллина сәләмләне.
– “Башҡорстан оҙон ғүмерлелеге” республика иң яҡшы тәжрибәләр фестивале Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты ял итеүселәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра. Мөһим социаль әһәмиәткә лә эйә. Ул тыуған яҡты яҡшыраҡ белергә, үҙеңә яңылыҡтар асырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра, был оло быуын кешеләре өсөн бик мөһим, – тине Рима Рим ҡыҙы.
Барлыҡ ҡатнашҡан командалар ҙа ижади табыштар һәм ҡыҙыҡлы тамашалар күрһәтергә тырышты. Тик, конкурс шарты буйынса, улар берәй проект өлгөһөн тәҡдим итергә тейеш булған. Әлбиттә, жюриға еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Жюри алдында бик яуаплы эш торҙо. Фекер алышҡандан һуң урындар түбәндәгесә бүленде. Өсөнсө урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһы (“Бергә атлайбыҙ”) һәм Ишембай районының Байғужа ауылынан килгән “Ағинәйҙәр” командалары бүлеште. Икенсе урынға Салауат ҡалаһының “Йәш күңелдәр” командаһы сыҡты. Беренсе урынға Мәләүез районының “Воскресенск хороводы” командаһы лайыҡ булды. Гран-приҙы Стәрлебаш районының “Яңы мөмкинлектәр” командаһы яуланы. Улар үҙҙәрендә асҡан тегеү цехы тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар. Әлбиттә, Бишбүләктән, Көйөргәҙенән, Ғафуриҙан килгән командаларҙың сығыштары ла лайыҡлы булды.
– Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Яңы сағыу осрашыуҙар теләйбеҙ, – тине ойоштороусылар.
Әйтергә кәрәк, проектта ҡатнашыу өсөн сайта теркәлергә йәки йәшәгән урын буйынса муниципаль район, ҡала хакимиәттәренә мҡрәжәғәт итергә мөмкин.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фидан ҮЛЕКАЕВ фотоһы.