Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
6 Сентябрь , 16:40

Башҡортостанда ЕДВ өсөн бирелгән таныҡлыҡтар һаны 41%ҡа артҡан

Программа ғәмәлдә булған осорҙа Башҡортостан Республикаһында бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә 4195 таныҡлыҡ бирелгән, шуларҙың 961-е йыл башынан алып рәсмиләштерелгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткестәренән 41 процентҡа күберәк. 2020 йылдың 13 октябрендә индерелгән 250 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү ер участкаһы биреүгә альтернатива булып тора, ғаиләләргә аҡсалата ярҙам һайларға мөмкинлек бирә. Сағыштырыу өсөн, 2023 йылдың 26 авгусына 2970 таныҡлыҡ бирелгән, шуларҙың 942 – һе йыл башынан алып.

Башҡортостанда ЕДВ өсөн бирелгән таныҡлыҡтар һаны 41%ҡа артҡан
Башҡортостанда ЕДВ өсөн бирелгән таныҡлыҡтар һаны 41%ҡа артҡан

– 2024 йылда айлыҡ аҡса алыуға хоҡуҡ 2021 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә ҡуйылған граждандарҙа барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта сәләмәт балаларҙы үҫтереү һәм тәрбиәләү өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу өҫтөнлөклө, һәм беҙ бынан тайпылмаясаҡбыҙ.Айлыҡ аҡсалата түләү тураһында таныҡлыҡ биреү формаһында беҙҙең ярҙам сараһы ошо маҡсаттың бер ҡоралы булып тора, - тип аңлатма бирә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. - Бирелеү тураһында ғариза берҙәм льготалыларҙың ер участкаһы алыуға сиратта тороуына ҡарап, бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тураһында ғаризаны БР Ер Һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына йәки урындағы үҙидара органына бирергә мөмкин. Бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙе түбәндәге маҡсаттарға ҡулланырға мөмкин: 1) һатып алынған (шул иҫәптән төҙөлөп ятҡан) торлаҡ бинаға (фатирҙарға, бүлмәләргә, шәхси торлаҡ йортҡа, 2-се пунктта ҡаралған осраҡтан тыш)түләү; 2) шәхси торлаҡ йорт төҙөү (шул иҫәптән элек башланған төҙөлөштө тамамлау өсөн) ; 3) бурыстың төп суммаһын ҡаплау һәм торлаҡ һатып алыуға, шул иҫәптән төҙөлөп ятҡан, шәхси торлаҡ йорт төҙөүгә кредит (ипотека) килешеүе буйынса проценттарҙы түләү, башҡа проценттарҙан тыш, штрафтар, комиссиялар һәм был кредит буйынса йөкләмәләрҙе үтәүҙе кисектереү өсөн пенялар; 4) шәхси торлаҡ төҙөлөшө йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн һатып алыу-һатыу килешеүен төҙөү аша ер участкаһы һатып алыу; 5) торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә ипотека кредиты алғанда тәүге иғәнә түләү.

 

Башҡортостанда ЕДВ өсөн бирелгән таныҡлыҡтар һаны 41%ҡа артҡан
Башҡортостанда ЕДВ өсөн бирелгән таныҡлыҡтар һаны 41%ҡа артҡан
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: