Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
26 Март 2025, 13:15

ЯУГИРҘАР ТЫНЫС ТОРМОШҠА КҮСӘ...

Ветерандарға эш урыны булдырыу мөһим Башҡортостанда, шул иҫәптән Стәрлетамаҡта ла махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың яҡындары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтте. Сарала “Ватанды Һаҡлаусылар” фонды филиалы, халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре һәм муниципалитеттар ҡатнашты.

ЯУГИРҘАР ТЫНЫС ТОРМОШҠА КҮСӘ...
ЯУГИРҘАР ТЫНЫС ТОРМОШҠА КҮСӘ...

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтте. “Башҡорт сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте,  “Авангард” акционерҙар йәмғиәте, Росгвардияның Башҡортостан Республикаһы буйынса “Һаҡлау” федераль дәүләт  унитар предприятиеһы филиалының Стәрлетамаҡ ҡалаһы бүлексәһе, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ  акционерҙар йәмғиәте үҙ вакансияларын тәҡдим иттеләр.

Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалы етәксеһе Сергей Валентинович Щипакин белдереүенсә, төрлө йүнәлештәр буйынса вакансиялар күп, эшләйем тигән кешегә эш табырға була. Һәр мөрәжәғәт итеүсегә шәхсән план төҙөп, ҡала предприятияларын  кәрәкле кадрҙар менән тәьмин итәләр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан 5 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың береһенең әле үк эшләп китергә мөмкинлеге бар, 3 кеше документтарын әҙерләй, береһе инвалидлығын раҫлаусы документ килтерә.

Ә эш биреүселәр вәкилдәре үҙ компанияларының эше, хеҙмәт шарттары, социаль гарантиялар һәм карьера үҫеше перспективалары тураһында һөйләне. Дәғүәселәр бер майҙансыҡта бер юлы бер нисә эш биреүсе менән әңгәмәләште, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ватанды һаҡлаусылар” фонды вәкилдәренән һәм Медицина-социаль экспертиза бюроһы белгесенән консультация ала алды. Шулай уҡ Мәшғүллек үҙәге белгестәре граждандарға һөнәри белем алыу, эшкә урынлашыу һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса консультациялар бирҙе.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотолары.

Һүҙ махсус хәрби операция ветерандарына:

Александр Николаевич СЫЧЕВ:

Беренсе Чечен хәрби конфликтында ҡатнашҡайным. Махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән барҙым. Ғаиләмде, Ватанды һаҡлар өсөн юлландым. Беҙҙе ата-әсәләребеҙ ватансылыҡ рухында тәрбиәләне. Яраланып ҡайттым. Реабилитация үтәм. Мәшғүллек үҙәгенә тәү тапҡыр килдем. Белгестәр һорауҙарыма төплө яуап бирҙеләр. Документтар әҙерләргә йүнәлеш бирҙеләр.

Владимир Николаевич ЕГОРОВ:

Икенсе Чечен конфликтында ҡатнашҡайным инде. Ҡустым махсус хәрби операцияға киткәс мин дә контракт төҙөп шунда юлландым. Үкенескә ҡаршы, 20 километр ғына арауыҡта булғанда ла осраша алманыҡ. Хәҙер ул хәбәрһеҙ юғалды.

Мәшғүллек үҙәгенә үҙ эшемде асыу маҡсаты килдем. Һорауым ыңғай хәл ителеренә ышаныс бар.

ЯУГИРҘАР ТЫНЫС ТОРМОШҠА КҮСӘ...
ЯУГИРҘАР ТЫНЫС ТОРМОШҠА КҮСӘ...
ЯУГИРҘАР ТЫНЫС ТОРМОШҠА КҮСӘ...
ЯУГИРҘАР ТЫНЫС ТОРМОШҠА КҮСӘ...
Автор: Римма Галимова
Читайте нас