Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
28 Июль 2025, 12:35

ЭШЛЕ БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ…

Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәгендә вакансиялар йәрминкәһе үтте. Үҙ вакансияларын ҡаланың алдынғы предприятиелары - "Авангард"  федераль ҡаҙна предприятияһы, "Газпром газ бүлеү Өфө" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы, "БСК" акционер йәмғиәте, «Красный пролетарий" акционерҙар йәмғиәте, "Стәрлетамаҡ тимер юлдары" акционерҙар йәмғиәте, "РН-Кат" яуаплылығы сикләнгән йәмҡмәте, "Урал стандарт булмаған ҡорамалдар заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәҡдим итте.

ЭШЛЕ БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ…
ЭШЛЕ БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ…

Эш эҙләүселәр эш биреүселәр менән әүҙем аралашты, һорауҙар бирҙе, анкеталар тултырҙы. Эш биреүселәр, үҙ сиратында, потенциаль кандидаттар менән туранан-тура аралашыу, уларҙың квалификацияһын баһалау һәм әңгәмәләргә саҡырыу мөмкинлегенә эйә булды. Йәрминкә сиктәрендә килеүселәр төрлө тармаҡ компанияларынан төрлө тәҡдимдәр менән таныша, шулай уҡ социаль контра нигеҙендә эшкә урынлаштырыу, ҡайтанан уҡытыу, квалификацияны күтәреү һәм адреслы социаль ярҙам алыу мәсьәләләре буйынса мәшғүллек үҙәге белгестәренән консультация ала алды.

«Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге теләгән һәр кемде киләһе вакансиялар йәрминкәләренә саҡыра. Вакансиялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте trudvsem.ru "Рәсәй эше" порталында һәм БР халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең rabota.bashkortostan.ru. интерактив порталында табырға мөмкин.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар:кадрҙар үҙәге сайтынан алынды.

ЭШЛЕ БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ…
ЭШЛЕ БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ…
ЭШЛЕ БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас