Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
26 Ноябрь 2025, 18:37

ЭШЛӘРГӘ ТЕЛӘҺЕҢ – ЭШ ТАБЫРҒА БУЛА!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге Башҡортостан Республикаһында «пилот»мәшғүллек моделе үҙәгенә әүерелде. Ул тулыһынса Рәсәй Федерацияһының тәүге 16 төбәгенә ҡарай. Бында хеҙмәттең функцияларынан башлап барыһы ла үҙгәрә.

ЭШЛӘРГӘ ТЕЛӘҺЕҢ – ЭШ ТАБЫРҒА БУЛА!
ЭШЛӘРГӘ ТЕЛӘҺЕҢ – ЭШ ТАБЫРҒА БУЛА!

Кадрҙар үҙәге заманса, иркен, күп функциялы, уңайлы һәм клиент-үҙәкле була. Яңы формат эшләнмәләре эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр араһында һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү, шәхси һорауҙарҙы иҫәпкә алып, ярҙам сараларын күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Шуға бәйле, дәғүәселәрҙең теркәлеү иҫәбендә булыу ваҡыты ҡыҫҡара.Әммә Кадрҙар үҙәгендә иң мөһиме — эшкә ҡараш үҙгәргән. Хәҙер кадрҙар үҙәгенә мөрәжәғәт иткән граждандар «бер тәҙрә»режимында төрлө хеҙмәттәр ала ала. Яңыртылған кадрҙар үҙәгендә эш эҙләүселәргә вакансия һайлап алыуҙан алып эшкә урынлашыуға тиклем, эш биреүселәргә һорауҙы формалаштырыуҙан алып эшкә алыуға тиклем бөтә юлды үтергә ярҙам итәләр. 2025 йылдан «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәктәре эшенең яңы стандарттары көсөнә инде. Үҙгәрештәр индивидуаль эшкә урынлашыу пландарын булдырыуҙы һәм мотлаҡ профилләүҙе үҙ эсенә ала. Ул эшкә урынлашыу һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм эш эҙләүсе граждандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Кадрҙар үҙәгендә һәр кешегә индивидуаль ҡараш, һөнәр һайларға һәм карьера үҫтерергә ярҙам итәләр. Бында шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына, йәш белгестәргә,уҡыу йорттарын тамамлаусыларға һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә айырыуса иғтибар бүленә.Һәр категория өсөн шәхси ярҙам программаһы ҡаралған.

- Беҙҙең өсөн иң мөһиме – һәр дәғүәсегә һәм эш биреүсегә аныҡ һөҙөмтә һәм адреслы ярҙам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Үҙәк директоры Сергей Валентинович Щипакин. - Эш биреүсегә ышаныслы хеҙмәткәр табырға ярҙам итеү өсөн, кеше өсөн, эш эҙләү ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн дәүләт ярҙамын мөмкин тиклем күберәк файҙаланабыҙ. Беҙҙең ишектәр эшкә урынлашырға йәки квалификацияһын күтәрергә теләгән бөтә ҡала халҡы өсөн асыҡ. 

Билдәле булыуынса, 2025 йылдан кадрҙар милли проекты эшләй башланы, ул иҡтисадты талап ителгән хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән һәм был йүнәлештә белем биреү учреждениеларының, компанияларҙың һәм дәүләттең тырышлығын көйләргә ярҙам итә.

Шулай уҡ «Кадрҙар» милли проектының «Халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеүҙең әүҙем саралары» федераль проекты сиктәрендә граждандарҙың айырым категорияларына һөнәри белем алыу йәки талап ителгән һөнәрҙәргә өҫтәмә һөнәри белем алыу мөмкинлеге бирелә. Быйыл 92 кеше белем алған. Иң популяр уҡыу йүнәлештәре булып яһалма интеллект ссистемалары эше буйынса белгестәр (яһалма интеллект өлкәһендә эшләү буйынса белгестәр 1с категорияһындағы программистар тора. Бынан тыш Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәр электрик, химик анализ лаборанттары,тәрбиәсе ярҙамсылары, стропальщиктар, иретеп йәбештереүселәр, аппаратсылар, химик-лаборанттар һөнәрҙәренә уҡыған.Бөтәһе 140-ҡа яҡын йүнәлеш бар. Эшһеҙҙәр һәм яңы эш эҙләгән граждандар өсөн ҡайтанан уҡытыу — ул өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге һәм карьера үҫеше өсөн-перспективалар булып тора.
Шулай уҡ бала ҡарау буйынса отпускыла булған ата - әсәләр,35 йәшкә тиклемге йәштәр, эшләмәгән мәктәпкәсә йәштәге балалар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары, инвалидлыҡҡа дәғүә итеүселәр, пенсионерҙар һәм пенсия алды хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала, - тип һөйләне «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге директоры Сергей Валентинович Щипакин.

2023 йылдың 12 декабрендәге 565-ФЗ һанлы"Рәсәй Федерацияһында халыҡ мәшғүллеге тураһында"ғы федераль закондың үҙгәреүе һәм шул айҡанлы Рәсәйҙә мәшғүллек һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә берҙәм цифрлы платформаға күсеү менән бәйле буш эш урындары тураһында мәғлүмәт урынлаштырыу тәртибе үҙгәрә. Хәҙер эш биреүселәр бөтә мәғлүмәтте вакакансияларҙа «Рәсәйҙә эшләү» платформаһында ғына урынлаштырырға бурыслы. Был эш эҙләү процесын күпкә еңеләйтә, сөнки хәҙер бөтә кәрәкле мәғлүмәт бер урында тора. Кадрҙар үҙәге ҡаланың эш биреүселәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, вакансиялар йәрминкәләрен,асыҡ кадрҙар һайлап алыуҙарын әүҙем үткәрә. Бөгөнгө көнгә 21 вакансиялар йәрминкәһе үткәрелгән, унда 153 эш биреүсе ҡатнашҡан. Киләһе вакансиялар йәрминкәһе 27 ноябрҙә 11.00 сәғәттә кадрҙар үҙәгендә үтәсәк.Әммә ҡайһы бер белгестәргә ихтыяж юғары булып ҡала. Баҙарҙа иң кәрәкле белгестәр араһында: квалификациялы сәнәғәт, төҙөлөш,транспорт эшселәре, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, дөйөм туҡланыу өлкәһендәге белгестәр бар. Эшһеҙлекте кәметеүҙең һөҙөмтәле ысулдарының береһе булып бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү тора. 2025 йылда 93 кеше аҙ тәьмин ителгән граждандарға адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса үҙ эшен аса, 2 кеше үҙ эшен аса һәм кадрҙар үҙәгенән бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы ала. «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге даими рәүештә эш эҙләүҙе һәм эш эҙләүселәрҙең профессиональ үҫешен арттырыуға йүнәлтелгән саралар үткәрә.

Бөгөнгө көндә үҙәктә «РаботаЮ» йәштәр клубы, МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн  «Карьера для СВО-их» клубы, «УспешнаЯ» ҡатын-ҡыҙҙар клубы эшләй. Унда 370-тән ашыу кеше ҡатнаша. Үҙәктә «Карьера оҫтаханалары», «Әсәй булдыра»,«Шатлыҡлы эш», «Беҙ бергә», «Именлек һәм муллыҡ өсөн» кеүек саралар үткәрелә. Ҡыҙыу линиялар, үҙ эшен асыу, һөнәри белем алыу буйынса консультацияларҙың берҙәм көндәре һ.б.  саралар эш эҙләү сифатын яҡшыртыуға, теләгән вазифаны алыу мөмкинлеген арттырыуға һәм һәр ҡатнашыусының шәхси үҫешенә булышлыҡ итә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

ЭШЛӘРГӘ ТЕЛӘҺЕҢ – ЭШ ТАБЫРҒА БУЛА!
ЭШЛӘРГӘ ТЕЛӘҺЕҢ – ЭШ ТАБЫРҒА БУЛА!
ЭШЛӘРГӘ ТЕЛӘҺЕҢ – ЭШ ТАБЫРҒА БУЛА!
ЭШЛӘРГӘ ТЕЛӘҺЕҢ – ЭШ ТАБЫРҒА БУЛА!
ЭШЛӘРГӘ ТЕЛӘҺЕҢ – ЭШ ТАБЫРҒА БУЛА!
Автор: Римма Галимова
Читайте нас