Был көндө “Авангард” предприятиеһы, “Башҡортостан генерация компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы, “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте, БРҙың дәүләт бюджет учреждениеһы “Ғаилә” Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге, Рәсәй федераль яза башҡарыу хеҙмәте БР буйынса идаралығының 19-сы холоҡ төҙәтеү учреждениеһы һәм башҡа ойошмалар үҙ вакансияларын тәҡдим иттеләр.
Эш биреүселәр сарала ҡатнашыусыларҙы көнүҙәк вакансиялар, үҙ предприятиеларында эшләү режимы һәм шарттары менән таныштырҙы. Килеүселәр ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә, анкеталарын ҡалдыра һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ватанды һаҡлаусылар” фонды вәкилдәренән һәм медицина-социаль экспертиза бюроһы белгестәренән профессиональ консультациялар ала алды. Шулай уҡ, теләге булғандар кадрҙар үҙәге белгестәре менән дәүләт ярҙамы саралары күрһәтеү мәсьәләләре буйынса, шул иҫәптән ҡайтанан уҡытыу, квалификацияһын арттырыу һәм үҙ эшен асыу мөмкинлеге буйынса кәңәшләшә алды. Әүҙем сәйәсәт һәм халыҡ мәшғүллеге бүлеге начальнигы Алексей Николаевич Александров билдәләүенсә, йәрминкә графигы һәм темаһы халыҡҡа алдан хәбәр ителә.
- Бында әлеге ваҡытта 2500-2600 урынлыҡ вакансия бар. Айырыуса эшсе-һөнәрҙәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ, шулай уҡ уҡытыусылар, табиптар кәрәк беҙгә. Бында адреслы ярҙам мәсьәләләре лә хәл ителә, - тине Алексей Николаевич.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләләренә айырыуса иғтибарлы мөнәсәбәт, һәр эш һорап килеүселәрҙең мөрәжәғәтен ыңғай хәл итергә тырышалар. Эшләйем тигән кешегә беҙҙең ҡалала эш табырға була.
Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандарға бирелә, Уларҙың йән башына уртаса килеме Башҡортостан Республикаһында халыҡтың тейешле социаль-демографик төркөмдәре өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк булғанда тәғәйенләнә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор фотолары.