Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Социаль яҡлау
27 Июля , 07:05

ЯҢЫРТЫЛҒАН ҠАҒИҘӘЛӘР ҒӘМӘЛҒӘ ИНДЕ

Рәсәйҙә пенсия тәғәйенләү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе: яңы шарттар бөтә граждандарға ла ҡағылмай. 2026 йылдың 17 июленән Рәсәйҙә пенсия тәғәйенләүҙең яңыртылған ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде. Үҙгәрештәр Социаль фондҡа белешмәләр һәм шәхси мөрәжәғәттәр һанын кәметеүгә йүнәлтелгән, әммә түләү алыусыларҙың айырым категорияларына ғына ҡағыла. Тейешле бойороҡ 3 июндә Рәсәй Хеҙмәт министрлығы тарафынан раҫланды.

ЯҢЫРТЫЛҒАН ҠАҒИҘӘЛӘР ҒӘМӘЛҒӘ ИНДЕЯҢЫРТЫЛҒАН ҠАҒИҘӘЛӘР ҒӘМӘЛҒӘ ИНДЕ
ЯҢЫРТЫЛҒАН ҠАҒИҘӘЛӘР ҒӘМӘЛҒӘ ИНДЕ

Хәҙер түләүҙәрҙең бер өлөшө әүҙем режимда рәсмиләштерелергә мөмкин. Граждандарға үҙаллы ғариза бирергә кәрәкмәй - «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында автомат рәүештә төҙөлгән документты тикшереү һәм аҡса күсереү өсөн реквизиттарҙы күрһәтеү етә. Айырым мөрәжәғәтһеҙ инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһы, ҡараусыһын юғалтыу сәбәпле бәлиғ булмағандарға түләүҙәр, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡартлыҡ буйынса пенсиялар тәғәйенләнә ала. Ҡарар Социаль фондта булған мәғлүмәттәр нигеҙендә ҡабул ителә.

Шул уҡ ваҡытта ҡартлыҡ буйынса ғәҙәти страховка пенсияһын рәсмиләштергәндә граждандарға элеккесә үҙаллы ғариза бирергә кәрәк. Быны пенсия йәшенә етеүгә бер ай ҡалғас, шул иҫәптән «Дәүләт хеҙмәттәре»аша эшләргә кәңәш ителә. Түләүҙәрҙе автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләү 80 йәше тулған граждандар, беренсе төркөм инвалидтар, шулай уҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге туҡтатылғандан һуң ҡайһы бер пенсионерҙар өсөн ҡаралған. Бынан тыш, ҡараусыны юғалтыу буйынса түләүҙәр күләме алыусы ғаиләһенең составы үҙгәргәндә үҙгәрергә мөмкин.

Шулай уҡ яңы ҡағиҙәләр атаһы үлгәндән һуң 300 һәм унан да күберәк көн үткәс ЭКО ярҙамында тыуған балаларға социаль пенсия тәғәйенләү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Бының өсөн ДНК-экспертиза нигеҙендә аталыҡты суд раҫлауы талап ителә. Шул уҡ ваҡытта үлгән ир баланың әсәһе менән рәсми никахта торорға һәм репродуктив технологияларҙы ҡулланыуға алдан ризалыҡ бирергә тейеш була.

Римма ҒӘЛИМОВА.

ЯҢЫРТЫЛҒАН ҠАҒИҘӘЛӘР ҒӘМӘЛҒӘ ИНДЕ
ЯҢЫРТЫЛҒАН ҠАҒИҘӘЛӘР ҒӘМӘЛҒӘ ИНДЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас