Ашҡаҙар
+13 °С
Ясно
Социаль яҡлау
6 Августа , 09:40

ЭШЛЕ БУЛЫУ ФАЙҘАЛЫ

5 йыл эсендә республика эш биреүселәре Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән граждандарҙы эшкә урынлаштырған өсөн 425 миллион һумдан ашыу субсидия алды. Эшкә яллауҙы субсидиялау программаһы сиктәрендә бөтәһе 1586 кеше эшкә урынлашҡан, ярҙам сараһынан республиканың 981 эш биреүсеһе файҙаланған.

ЭШЛЕ БУЛЫУ ФАЙҘАЛЫЭШЛЕ БУЛЫУ ФАЙҘАЛЫ
ЭШЛЕ БУЛЫУ ФАЙҘАЛЫ

Программа сиктәрендә Социаль фонд инвалид граждандарҙы, махсус хәрби операция ветерандарын, һәләк булған ветерандарҙың ғаилә ағзаларын, шулай уҡ бәлиғ булмаған балаларҙың һәм инвалид балаларҙың яңғыҙ һәм күп балалы ата-әсәләрен эшкә урынлаштырыусы эш биреүселәргә субсидиялар бирә. Программала ҡатнашыу өсөн хеҙмәткәр тулы көнгә рәсмиләштерелергә, ә уның эш хаҡы минималь эш хаҡынан кәм булмаҫҡа тейеш. Дәүләт ярҙамы намыҫлы эш биреүселәргә генә бирелә: уларҙың хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү, шулай уҡ һалымдар һәм штрафтар буйынса бурыстары булырға тейеш түгел.

Субсидия алыу өсөн эш биреүсегә «Рәсәйҙә эш» порталында булған вакансияларҙы күрһәтеп, шәхси кабинет аша ғариза биреү етә.

Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге һәм «Рәсәйҙә эшләү» кадрҙар үҙәктәре ошо субсидияларҙы алыуҙа консультация һәм оҙатыу бирә.

Рәсәй Федерацияның Башҡортостан  Республикаһы буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.

ЭШЛЕ БУЛЫУ ФАЙҘАЛЫ
ЭШЛЕ БУЛЫУ ФАЙҘАЛЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас