Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Декабрь 2018, 02:22

Теему Хартикайнен тыуған яғында дубль яһаны.

Салауат Юлаев хоккей командаһы Хельсинкиҙа Йокерит командаһын 2:3 иҫәбе менән еңде.


Салауат Юлаев хоккей командаһы Хельсинкиҙа Йокерит командаһын 2:3 иҫәбе менән еңде. Майҙан хужалары көслө һәм яҡшы уйын күрһәтеүгә ҡарамаҫтан еңелде. Беҙҙең команда һуңғы арала әллә ни шайбалар индермәһә лә был уйында башҡасараҡ уйнаны. Шайбалар ҙа әле бер яҡҡа , әле икенсе яҡҡа инде. Беренсе осорҙа Теему Хартикайнен иҫәпте асҡайны, уның шайбаһына икенсе осорҙа Стив Мозес яуапланы. Финдарға хатта бер уйынсыға әҙерәк уйнаған саҡта ла индерҙек, Максим Майоров майҙан хужаларының һөжүме мәлендә контратака яһаны һәм уңышҡа өлгәште. Хужалар үҙ трибаналарында ҡапыл-ҡапыл көсләп уйнап китте, өсөнсө осорҙа ла улар юлаевцыларҙы ҡыҫып алды һәм йәнә иҫәпте тигеҙләне. Кристиан Весалайнен үҙ шайбаһын байрам итте. Иҫәп икегә ике. Ярар ҙа беҙҙең составта 70-се һан аҫтында уйнаусы фин бар, Теему Хартикайнен да үҙенең хужа икәнен онотмаған шикелле. Һөжүм беҙҙең яҡҡа йүнәлеп киткән мәлдә "башҡорт фины" зәңгәр һыҙатта шайбаны тотоп алды ла кирегә табан йүгерҙе. Ҡапҡа һаҡсыһы Райан Заполски шайбаны күреп тә өлгөрмәне, Хартикайнен һуңғы минутта дубль яһап командабыҙҙы алға сығарҙы.

Хужалар шулай ҙа бирешмәне, Заполский урынына алтынсы уйынсыны сығарып һөжүм иттеп ҡараны. Хатта килеп сыға ла яҙҙы, тик ваҡыт үтте лә китте. Салауат Юлаев көсөргәнешле уйында еңде.


Нимәгә иғтибар итергә? Линус Умарк рәттән 26 уйын шайба индергәне юҡ, һуңғыһы 22 сентябрға тура килә. Антон Бурдасов та күптән сәпкә тигеҙә алмай, шул уҡ ваҡытта снайперыбыҙ Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһарға әҙерләнә. Уйындан һуң ул Мәскәүгә юлланасаҡ.

Шулай уҡ, ҡаршы командала таныш финдарҙың исемдәре яңғыраны Антти Пильстрем, Сами Леписте "Салауат Юлаев" өсөн уйнағандар ине.
Читайте нас: