Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2019, 10:24

Сноуборд буйынса Бөтә Рәсәй балалар ярыштарын ҡабул итә

10 ғинуарҙа Өфөлә сноуборд буйынса Бөтә Рәсәй балалар ярыштары башлана. Йәш спортсылар өсөн һынауҙар баш ҡаланың тау саңғыһы буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә уҙа һәм 11 ғинуарға тиклем дауам итә.

Республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөгә 11-14 йәшлек 120-гә яҡын сноубордсы йыйыла.
«Башҡортостан исеменән 37 спортсы — Өфө һәм Белорет спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре сығыш яһай. 10 ғинуарҙа сноубордсылар параллель слалом-гигантта, ә 11-ендә параллель слаломда наградалар уйната», — тип белдерҙеләр спорт ведомствоһында.
Ярыштар иртәнге сәғәт 10-да башлана. Адресы: Менделеев урамы, 160, 6-сы корпус.
http://www.bashinform.ru/news/1258966-ufa-primet-vserossiyskie-detskie-sorevnovaniya-po-snoubordu/
Читайте нас: