Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июнь 2019, 14:54

ИКЕ ДОНЪЯ РЕКОРДЫ ҺӘМ ӨС АЛТЫН МИҘАЛ!

Берлинда күреү һәләттәре насар булғандар араһында йөҙөү буйынса Донъя кубогы үтте, унда беҙҙең яҡташыбыҙ Артур СӘЙФЕТДИНОВ өс алтын миҙал яуланы һәм ике донъя рекорды ҡуйҙы!

Үкенескә ҡаршы, бөтә кешеләр ҙә донъяның матурлығын күреп бөтә алмай. Әммә күреү һәлләттәре сикле булғандар ҙа тырышлыҡтары, тормошто йәмләргә ынтылыуҙары аша үҙҙәре үк донъяны матурлай. Йөҙөү буйынса бихисап ярыштар еңеүсеһе, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Артур Сәйфетдинов быға асыҡ миҫал. Уның өҫтәрәк телгә алып киткән еңеүҙәре Стәрлетамаҡ тормошона, һис шикһеҙ, йәм өҫтәне!
Артур Донъя кубогында 50, 100 һәм 200 метр арауыҡҡа брасс стилендә йөҙөп, өс алтын миҙал яуланы, тағы ла кроль стилендә 100 метр арауыҡта көмөш миҙалға өлгәште. Брасс менән 50 һәм 200 метр араға ярыш барышында еңеүгә ынтылған егет донъя рекордтарын да яңыртты. Әйткәндәй, буласаҡ чемпионды спортҡа ҡасандыр өләсәһе алып килгән булған. Шулай, йәштәргә ваҡытында ҡанат ҡуя белеү һәм өмөт уятыу ҙа ҙур көскә эйә.
Артур спортта ғына түгел, уҡыуында ла өлгөлө, мәктәптә 9 класты “бишле”ләргә тамамлаһа, техникумда ҡыҙыл дипломға эйә булған. Ә киләсәктә депутат булып, халыҡтың сетерекле мәсьәләләрен сисергә хыяллана. Әлегә иһә яңы ярыштарға әҙерләнә, быйыл сентябрь айында Лондонда донъя чемпионатында ла еңергә теләй яҡташыбыҙ. Егет йәнә еңеү яулап, миҙалдар менән ҡайтһын!
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: