Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Июль 2019, 17:51

Радий Хәбиров спидвей тураһында: Дәүләт энтузиастарға һәм спорт яратыусыларға ярҙам итергә тейеш

Радий Хәбиров спидвей тураһында: Дәүләт энтузиастарға һәм спорт яратыусыларға ярҙам итергә тейешАлдан хәбәр итеүебеҙсә, Салауат ҡалаһы спортсылары Эмиль Сәйфетдинов һәм Глеб Чугунов Рәсәй йыйылма командаһы сафында Тольяттиҙа СТК аренаһында үткән «Милләттәр спидвейы» донъя команда чемпионатында алтын миҙалдар яуланы.

Улар менән бергә Алыҫ Көнсығыш спортсыһы Артем Лагута ла сығыш яһаны. Шуның менән был өс спидвейсы икенсе йыл рәттән чемпион исемен алды.
«Салауат егеттәре – донъя чемпиондары!!!», — тип республика етәксеһе Радий Хәбиров был ваҡиға тураһында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып үткән. Уның һүҙҙәре буйынса, республика спидвейы электән булды һәм уны халыҡ яратты. Тик һуңғы йылдарҙа был спорт төрө тейешле ярҙамһыҙ тороп ҡалды.
«Быға ҡарамаҫтан энтузиастар уны ташламаны һәм үҙегеҙ күрәгеҙ – юғары оҫталыҡты һаҡланы. Бының кеүек энтузиазм һаҡланған һәм спортҡа сикһеҙ һөйөү булған урындарға һис шикһеҙ дәүләт ярҙамы ла бирелергә тейеш», — тип үҙ фекерен яҙған Радий Хәбиров.
Читайте нас: