– Ринат Радикович, белеүебеҙсә, колледжда физкультурниктар ғына әҙерләмәйҙер... Уҡырға инеү өсөн һеҙҙә нисә урын бар һәм нисә кеше документ тапшырҙы, имтихандар тапшырыу тәртибе ниндәй – ошо турала аңлатығыҙ әле.
– Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис кол-леджында бюджет нигеҙендә уҡырға инер өсөн 200 урын бар. Шуларҙың 125-е – физик культура белгеслеге буйынса, 50 урын туризм, 25 – хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу һөнәре буйынса. Коммерция нигеҙендә реклама буйынса – 25, адаптив физик культура белгеслегенә 25 урын бар. Әлеге көнгә бюджет нигеҙендә уҡырға инеү өсөн 350 кеше, коммерция нигеҙендә уҡыу өсөн 52 кеше документтарын тапшырҙы. Тимәк, төп иғтибар барыбыр ҙә – физик культураға.
Абитуриенттарҙы бөтә белгеслектәр буйынса ла, физкультуранан тыш, аттестаттағы уртаса балл буйынса имтиханһыҙ ҡабул итәбеҙ.
Физик культура һәм адаптив физик культура белгеслектәре буйынса өҫтәмә рәүештә имтихан тапшыралар. Туризм белгеслеген һайлаусылар ҙа күп. Ул хәҙерге ваҡытта айырыуса көнүҙәк йүнәлеш булып тора.
– Абитуриенттар ҡасан һынау тота?
– Имтихандар физкультурниктар көнөндә 10 августа иртәнге сәғәт 10-да була. Был көндө уҡырға инеүселәрҙең физик сифатын өс баһа буйынса тикшерәбеҙ. Уҡырға инеү өсөн дөрөҫ рәүеш биреүсе рус теле һәм биология фәндәренән тыш, профессиональ йүнәлештәге өҫтәмә һынау буйынса билдә ҡуябыҙ. Йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, ҡыҙҙар ерҙән күтәрелеү (отжимание), егеттәр турникта күтәрелеү буйынса һынау тотасаҡтар.
– Байрам уңайынан да әйтер һүҙҙәрегеҙ барҙыр...
– Беҙҙең уҡыу йортонан бихисап билдәле спортсылар сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта республиканың төрлө уҡыу йорттарында беҙҙең элекке студенттарыбыҙ үҙҙәре уҡытыусы булып эшләй. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – сәләмәт һәм белемле йәш быуын тәрбиәләү. Спорт менән туранан-тура бәйләнеше булған колледж исеменән барлыҡ физик культура уҡытыусыларын, спортсыларҙы, ошо өлкәгә хеҙмәт иткәндәрҙе ҡотлайым һәм уңыштар теләп ҡалам!
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигән төшөнсә йәмғиәтебеҙҙең төп йәшәү рәүешенә әйләнһен ине, тигән теләктә ҡалайыҡ. Байрамығыҙ менән!